Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июнь 2019, 19:45

Биләмә нимәһе менән ҡыҙыҡһындырырға тейеш?

Беренсе инвестиция һабантуйында ҡатнашыусылар “Барыһы ла эшләргә теләгән биләмә” пленар ултырышында фекер алышыуҙы дауам итә.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Беренсе инвестиция һабантуйында ҡатнашыусылар “Барыһы ла эшләргә теләгән биләмә” пленар ултырышында фекер алышыуҙы дауам итә.
Кеше үҙе йәшәгән ергә ныҡлы бәйле. Уларҙы эш хаҡы ғына түгел, уңайлы көнкүреш шарттары, маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре лә берҙәй ҡыҙыҡһындыра.
Ултырышта халыҡ йәшәгән биләмәнең ниндәй булырға, уны иҡтисади йәһәттән үҫтерергә теләгәндәрҙе нимәһе менән ҡыҙыҡһындырырға тейешлеге тураһында бихисап фекер яңғыраны.
Пленар ултырыштың спикерҙары – Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева, “Эшлекле Рәсәй” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Андрей Назаров, “Рәсәй экология операторы” компанияһы директоры Денис Буцаев. Модератор – медиаменеджер, теле- һәм радиотапшырыуҙар алып барыусы Александр Любимов.
Читайте нас: