Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июнь 2019, 13:16

Борайҙарға тиңләшегеҙ!

Республикала 100 мең гектарҙан ашыу ерҙә күп йыллыҡ үлән сабылған. Был барлыҡ майҙандарҙың сирек өлөшөн тәшкил итә.

Фото: yandex.uz
Фото: yandex.uz
Республикала 100 мең гектарҙан ашыу ерҙә күп йыллыҡ үлән сабылған. Был барлыҡ майҙандарҙың сирек өлөшөн тәшкил итә.
Әле ауыл эшсәндәре 35 мең тонна бесән, 187 мең тонна сенаж әҙерләгән. Шулай итеп, төбәктә һәр шартлы баш малға 1,7 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә.
“Йәшел ураҡ”та Борай уңғандарына етеүсе юҡ. Бында тәүгеләрҙән булып мал аҙығы әҙерләүгә “Салауат” ауыл хужалығы предприятиеһы төшкән. “Ҡыҙыл таң”, “Урожай”, “Победа”ла ла эш дәррәү бара. Ғәйфетдинов крәҫтиән (фермер) хужалығында ла ҡышҡылыҡҡа әҙерләү яҡшы ойошторолған. Уңғандар барлыҡ технологияларҙы теүәл үтәй.
Ҡалтасы, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Илеш эшсәндәренең дә күрһәткестәре яҡшы.
Читайте нас: