“Сибайға тәүге тапҡыр килдем. Тәбиғәте шул ҡәҙәр матур, халҡы ихлас, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ул. – Эшлекле форум Урал аръяғын киң танытыуға, уға инвестициялар йәлеп итеүгә киң мөмкинлек бирәсәк. Үҙем туризм өлкәһендә күптән шөғөлләнәм. Бөгөнгө форумда яңы йүнәлештәр, партнерҙар табырмын тип ышанам”.