Бөтә Рәсәй инвестиция форумының штандарты Баймаҡ районына тапшырылды.
Был тантаналы мәл бөгөн Әбйәлилдә үткән һабантуйҙа булды.
Сараның эшлекле өлөшө иһә – Урал аръяғындағы инвестиция торошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән мөһим осрашыуҙар – киләһе йылда ла Сибайҙа уҙасаҡ.
“Баймаҡтарға уңыштар теләйбеҙ. Улар беҙҙекенән ҙурыраҡ майҙан йыйһын, ҡунаҡтар күберәк килһен”, – тип теләне штандартты тапшырғанда Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.
“Был бурысты лайыҡлы атҡарасаҡбыҙ. Киләһе йыл барығыҙҙы ла Баймаҡ ерендә ҡунаҡҡа көтәбеҙ”, – тип яуапланы Баймаҡ районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Фәнис Әминев.