“Башҡортостан металл ҡойоу компанияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең ун икенсе резиденты булырға ниәтләй.
Мэрияла үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә компанияның ҡайһы бер моделдәр буйынса ҡойоү әҙерләмәләрен етештереү проекты тикшерелде. Бында ҡорос һәм суйын ҡойоуҙан тыш, деталдәрҙе механик эшкәртеү күҙаллана.
Инвестиция проектының хаҡы – 20-25 миллион һум, шуның 60 проценты яңы ҡорамалдар һатып алыуға, 40 проценты иһә ғәмәлдәгеләрен йүнәтеүгә, хеҙмәткәрҙәрҙең эш шарттарын яҡшыртыуға йүнәлтеләсәк. Бында шулай уҡ 20 яңы эш урыны булдырыу ҡарала. Производство быйыл декабрҙә эшләй башлаясаҡ.
Әйткәндәй, моноҡала биләмәһендәге предприятиеларға һалым ташламаһы бирелә.