Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июнь 2019, 13:59

Радий Хәбиров уларҙы маҡтаны

Республика баҫыуҙарында "йәшел ураҡ" ҡыҙа.

Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.
Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығынан.
Республика баҫыуҙарында "йәшел ураҡ" ҡыҙа.
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә 152 мең гектар ерҙә күп йыллыҡ үлән сабылған. Был барлыҡ майҙандың 35 процентын тәшкил итә.
Шулай итеп, бөтәһе 79 мең тонна бесән, 263 мең тонна сенаж әҙерләнгән. Әле республикала һәр шартлы баш малға 2,8 центнер аҙыҡ берәмеге запасы етештерелгән.
Был эштә Борай уңғандарына тиңләшеүсе юҡ. Төбәк етәксеһе Радик Хәбиров уларҙы башҡаларға өлгө итеп ҡуйҙы.
Читайте нас: