Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
28 Июнь 2019, 04:06

Ағас ҡырҡҡас, урынын таҙартмаһаң...

Бөрйән районы прокуратураһы эшҡыуарҙарҙың урман үҫентеләрен һатып алыу-һатыу килешеүҙәре шарттарын үтәү-үтәмәүен даими рәүештә тикшереп тора.

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Бөрйән районы прокуратураһы эшҡыуарҙарҙың урман үҫентеләрен һатып алыу-һатыу килешеүҙәре шарттарын үтәү-үтәмәүен даими рәүештә тикшереп тора.
2017 йылда Ҡолғана ауылында йәшәгән эшҡыуар тарафынан дүрт килешеү төҙөлөп, шуның нигеҙендә Көньяҡ Үҙән урмансылығынан ағас алынған. Рәсәй Урман кодексының 75-се статьяһын, шулай уҡ урман үҫентеләрен һатып алыу-һатыу килешеүе талаптарын боҙоп, шәхси эшҡыуар диләнкәләрҙе үҙ мәлендә таҙартыуҙы ғәмәлгә ашырмаған һәм урман участкаһын һатыусыға ағас ҡырҡыу урынын ҡарау кәрәклеге хаҡында ғариза менән мөрәжәғәт итмәгән.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатылды. Республика Урман хужалығының Әбйәлил район-ара территориаль бүлеге ҡарары менән эшҡыуарға 40 мең һум штраф һалынды.
Район прокуратураһы тарафынан был йүнәлештә тикшереүҙәр дауам итә.

- Барыһын да килешеү шарттарына яуаплы ҡарарға, ағас ҡырҡҡан урындарҙы (артабан үртәү юлы менән) үҙ мәлендә таҙартып ҡуйырға саҡырабыҙ, - ти район прокуроры урынбаҫары Н. Шәмиғолова.
Читайте нас: