– Быйыл 1 июлдән һөт ризыҡтары һатыуға яңы талаптар үҙ көсөнә инәсәк, – ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Һөт һәм унан эшләнгән ризыҡтар үҫемлек майы ҡулланып яһалған суррогаттан айырым ҡуйылырға, тәбиғи һөт аҙыҡтарында “Һөт майын алмаштырған матдә ҡушылмаған” тигән яҙыу булырға тейеш.
Парламенттың матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, был рейдты депутаттар “Халыҡ контроле” сиктәрендә үткәрәсәк. Депутаттар, тәбиғи, һәр кибеткә инеп йөрөй алмаясаҡ, шуға күрә улар был тәңгәлдә халыҡтан да ярҙам һорай: һөт ризыҡтары һатыу ҡағиҙәләрен боҙоуҙы күрһәгеҙ, был турала парламентҡа йәки “Роспотребнадзор”ға хәбәр итеүегеҙҙе, шулай уҡ фото- һәм видеомәғлүмәт ебәреүегеҙҙе һорайҙар.