Башҡортостан
-25 °С
Болотло
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
29 Июнь 2019, 14:02
Әгәр ошо сараларҙы күрмәһәк...
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, эшҡыуар Азат Рауилов үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
Автор фотоһы.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, эшҡыуар Азат Рауилов үҙенең фекерҙәре менән уртаҡлашты.
“Тәҡдимдәр күп булды. Күтәрелгән барлыҡ мәсьәләләр урынлы, – тине ул. – Өҫтәп шуларҙы әйтер инем. Беренсенән, бөгөн урындағы етештереүселәргә, крәҫтиән (фермер) һәм шәхси хужалыҡтарға ярҙам итеү кәрәк. Улар электр уты өсөн хаҡты физик шәхестәр кеүек түләһен ине. Әле предприятиеларҙан бер кВт өсөн 5 һум 50 тин алалар. Ҡымыҙға дәүләт стандарттары индерергә кәрәк. Башҡортостанға ситтән бал ҡорттары индереүҙе тыйыу тураһында закон ҡабул итеү – күптән өлгөргән мәсьәлә. Әгәр ошо сараны күрмәһәк, 15-20 йылдан башҡорт ҡортон юғалтасаҡбыҙ.
Йәнә шуны әйтергә кәрәк. Элек СССР ваҡытында колбасаға химия ҡушҡан өсөн енәйәт яуаплылығына тарттыралар ине. Ә хәҙер нисек? Аҙыҡ-түлеккә химия ҡушыу һәр кемдең, шул иҫәптән беҙҙең милләтебеҙҙең дә һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя”.
Читайте нас:
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.