Иҡтисад
28 Июня 2019, 19:45

Ҡоролтайҙа эшҡыуарҙар әүҙем ҡатнаша

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән яҡташтарыбыҙ әүҙем ҡатнашты.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән яҡташтарыбыҙ әүҙем ҡатнашты.


"Эшҡыуарлыҡ һәм кооперация" секцияһында Өфөнөң Калинин районынан делегат булып килгән йүнсел Рөстәм Зөбәйер улы Фәтхуллин фекере менән уртаҡлашты.


“Бөгөн беҙҙең секция эшендә көнүҙәк темалар – йәштәрҙең көнитмеше, ауыл хужалығы, производствоны үҫтереү һ.б. – күтәрелде, – тине ул. – Республикала бәләкәй, урта эшҡыуарҙарға ер аҫты, тәбиғәт байлыҡтарын сығарыу һәм эшкәртеү мөмкинлеген булдырған закон ҡабул итеү кәрәклеге әйтелде. Әгәр ошо мәсьәлә хәл ителһә, республикала шәхси эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә яңы этәргес бирер ине.


Ҡоролтай беҙгә аралашыу өсөн яҡшы майҙан булды. Унда таныштарҙы күп осраттым, сит илдә йәшәгән ватандаштар менән таныштым”.
Читайте нас