Бөгөн республика баҫыуҙарында күп йыллыҡ үләндең яртыһы – 216 мең гектар майҙандағы өлөшө йыйып алынған.
Федоровка уңғандары уны беренсегә сабыуҙы тамамлаған.
Мәләүез, Борай райондарында был мөһим кампания сиктәрендәге эштәрҙең 90 проценты башҡарылған.
Әле республикала 148 мең тонна бесән, 388 мең тонна сенаж әҙерләнгән.