Баймаҡ районы, аграр төбәк булараҡ, республикала яҡшы билдәле. Башҡортостандың аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә тос өлөш индергән баймаҡтар, йылдың нисек килеүенә ҡарамаҫтан, мул уңыш йыйып ала, ҡымыҙ етештереү буйынса беренселекте яулай, малсылыҡ тармағында алдынғылыҡты бирмәй.
Төбәктә шулай уҡ ауыл хужалығы тармағын үҫтереү, эшҡыуарҙарҙы һәм фермерҙарҙы федераль һәм республика программаларына йәлеп итеү, гранттар яҡлау буйынса ла һөҙөмтәле эш алып барыла. Район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат ШӘРИПОВ менән әңгәмәлә беҙ райондың ауыл хужалығы тармағына байҡау яһаныҡ, уның ҡаҙаныштарын билдәләнек, проблемаларына туҡталдыҡ.
– Азат Булат улы, яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға байтаҡ ваҡыт уҙҙы. Шулай ҙа һүҙебеҙҙе сәсеү барышы, хужалыҡтарҙың ниндәй иген культураларына өҫтөнлөк биреүенән башлаһаҡ, дөрөҫөрәк булыр кеүек.
– Әлбиттә. Яҙғы баҫыу эштәрен юғары кимәлдә атҡарып сыҡтыҡ. Быйылғы йыл да уңай килде. Башҡа йылдарға ҡарағанда игенселәр баҫыуға алдараҡ төштө.
Район буйынса бөтәһе 130 мең гектар сәсеү майҙаны бар, шуның 78 400 гектарында яҙғы культуралар сәселде. Һуңғы йылда күпселек хужалыҡтар иҡтисади яҡтан табышлы культураларға өҫтөнлөк бирә. Былтыр техник культуралар 5 500 гектарҙа сәселһә, быйыл уның майҙаны ике тапҡырға арттырылды. Бигерәк тә етен, рапс майҙандары артты, гәрсис, нут, яҫмыҡ кеүек культураларҙы сәсеп ҡарарға теләүселәр күбәйҙе.
Игенсе яҙғы баҫыу эштәрен нисек кенә еренә еткереп, ваҡытында атҡарып сыҡмаһын, уның уңышы тәбиғәт шарттарына ла бәйле. Бигерәк тә беҙҙең Урал аръяғы төбәгендә йыл йыш ҡына ҡоро килә, шуға күрә быйыл ер эшсәндәре дым булған саҡта орлоҡто ергә һалып өлгөрҙө.
Икенсенән, районда үҫемлекселек тармағы менән шөғөлләнеүселәрҙең ер эшенә ҡарата мөнәсәбәте йылдан-йыл яҡшыра. Фермерлыҡҡа аҡса эшләйем тип тотоноусылар үҙҙәре үк был тармаҡтан сығып китә, сөнки ер эше осраҡлы кешене ҡабул итмәй. Ерҙең ысын хужалары ғына игенен дә сәсә, табышын да ала. Алда әйткәнемсә, ер наҙан һәм ялҡау кешеләрҙе яратмай, шунлыҡтан игенселектең төрлө юлдарын даими өйрәнеү шарт. Заман менән йәнәш атларға, яңы технологияларҙы өйрәнергә, юғары уңыш алыу өсөн даими рәүештә орлоҡто яңыртырға, матди-техник базаны нығытырға кәрәк.
Тупраҡҡа ҡарата мәрхәмәтле булһаң, ул да һиңә шундай уҡ мөнәсәбәт менән яуап ҡайтара. Ҡайһы бер фермерҙар, ҡайҙандыр арзан хаҡҡа орлоҡ һатып алып, шуны сәсә, әммә ер уны ҡабул итмәй. Тупраҡтың үҙенсәлегенә ҡарарға кәрәк, айырыуса беҙҙең төбәктә климат шарттарын иҫәпкә алмайынса сәсеү ярамай. Шулай уҡ инновациялы алымдарҙың барыһына ла “һуҡырҙарса” эйәрергә кәрәкмәй. Сит илдәр өсөн махсуслаштырылған технологияның беҙҙең тәбиғәт шарттарына бөтөнләй тап килмәүе мөмкин. Юҡҡа ғына элекке игенселәребеҙ ерҙе туңға һөрөп, парға ҡалдырып сәсмәгән.
Район буйынса яҙғы баҫыу эштәрендә 300 тонна элиталы, юғары репродукциялы һәм 1-се репродукциялы иген культуралары орлоғо һатып алынды. Шулай уҡ 20 тонна күп йыллыҡ, 30 тонна бер йыллыҡ үләндәр сәселде.
Йәнә шуны өҫтәп әйтер инем: ауыл хужалығы культураларының уңышын күтәреүҙә, тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыуҙа ашламаларҙың әһәмиәте ҙур. Әммә минераль ашламаларҙың үтә ҡыйбат булыуы аграрийҙар өсөн ҡыйынға төшә. Мәҫәлән, “А. Шәрәфетдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығы йыл һайын юғары уңыш ала икән, уның төп күрһәткесе яҙғы баҫыу эштәрендә минераль ашламаларҙы файҙаланыуында.
– Мал аҙығы әҙерләү миҙгеле лә башланды...
– Ысынлап та, ауыл хужалығы эшсәндәре яҙғы сәсеү эштәрен тамамлап, ял итеп тә өлгөрмәй, мал аҙығын әҙерләү кампанияһы килеп етә. Быйыл беҙ “мал аҙығын әҙерләүҙе үҙ ваҡытында башларға” тигән күрһәтмә бирҙек, сөнки былтыр, ҡоролоҡ сәбәпле, ямғырҙар яуыр, бәлки, бесән бер аҙ күтәрелер тигән өмөт менән күп кенә хужалыҡтар бесән әҙерләүҙе бер аҙ һуңлатты. Шунлыҡтан уның сифаты насар булды. Һутлы, сифатлы булмағас, малдарҙы ҡышлатыу өсөн бер аҙ ҡыйынлыҡтарға юлыҡтыҡ.
– Малсылыҡ тармағына ентекләберәк туҡталғанда...
– Малсылыҡ районда ауыл хужалығы иҡтисадының нигеҙе булып тора. Бөтәһе 35 мең баш һыйыр малы иҫәпләнә, шуның 10 меңдән ашыуы – крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында, ҡалғаны – шәхси ихаталарҙа. Төбәктә күпселек кеше мал тотоу иҫәбенә йәшәй, унан итләтә йә һөтләтә табыш ала. Шуныһы ҡыуаныслы: йылдан-йыл малсылыҡ йүнәлешендә үҙ эшен асыусыларҙың һаны арта, уларҙың күбеһе дәүләт программаһында ҡатнашып, грант ала. “Яңы эш башлаусы” , “Ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү”, “Кооперативтарҙы үҫтереү” программаларында ҡатнашыусылар һәр саҡ дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә.
Һөт һәм ит етештереү буйынса район республикала алдынғылар рәтендә. Шулай уҡ район ауыл хужалығы тармағын үҫтереүҙә шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың да өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур. Халыҡтан һөт йыйыу ҙа яҡшы ойошторолған, был йәһәттән кооперативтарҙың эше маҡтауға лайыҡ.
Әле күп хужалыҡтар йәйләүгә сыҡҡан, һөттөң мул сағы. Тап ошо мәлдә районда матур йолаға әйләнгән һабантуй үтә. Малдар йәйләүгә сығарылғас, һауынсыларҙың һәм техник-осеменаторҙарҙың конкурсын үткәреп, ҡышҡы миҙгелгә йомғаҡ яһайбыҙ, йәйге осорға бурыстар билдәләйбеҙ, иң яҡшыларҙы бүләкләйбеҙ. Малсылар бәйгеһе йыл һайын төрлө хужалыҡтарҙа үтә, был да үҙенә күрә бер алым, сөнки улар ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, хужалыҡтың матди-техник потенциалын нығытыуға тос өлөш индерә, ҡуралар төҙөкләндерелә, йәйге лагерь яңы төҫ ала. Быйыл конкурс Фаил Ҡолонбаевтың крәҫтиән (фермер) хужалығында үтте.
Төрлө ваҡытта малсылыҡ тармағы етди һынылыш осоро кисерһә лә, бөгөн ул тотороҡло үҫешә, тип әйтә алам. Шулай уҡ һарыҡсылыҡ буйынса ла эш башлаусылар бар. Ә инде уның перспективаларына килгәндә, продукцияны эшкәртеүҙе яйға һалыу – бөгөн көн талабы, сөнки райондың потенциалы был тәңгәлдә бик ҙур.
– Һуңғы ваҡытта агросәнәғәт комплексы өлкәһендә яңы программа – табышты арттырыу проекты тормошҡа ашырыла. Был йәһәттән районда хәлдәр нисек? Ауылдарҙа эш башлаусы кооперативтар бармы? Күберәк ниндәй йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирелә?
– Ысынлап та, былтырҙан башлап республикала ошондай проекттар тормошҡа ашырыла башланы. Программаның төп маҡсаты – ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү, уны һатыуҙы ойоштороу, халыҡты эш менән тәьмин итеү. Был йәһәттән эштәр яҡшы бара. Беҙҙең район делегацияһы Өфөлә үткән “Агрокомплекс” форумында ҡатнашты. Төбәктә беренселәрҙән булып кооператив төҙөргә теләк белдереүселәр булды. “Башҡортостан Республикаһында табышты арттырыу проекттарын яҡлау” программаһында райондан биш проект тәҡдим ителеп, шуның дүртәүһе конкурста еңеп сыҡты: Сәйғәфәр ауылынан “Һаҡмар” кооперативы – ит эшкәртеү, Төркмәндән “Ялантау” – мал һуйыу цехы һәм ит эшкәртеү, Урғаҙанан “Яковлевка” – һөт эшкәртеү һәм Үрге Яйыҡбайҙан “Бай” кооперативы ит эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла бөгөн, дәүләт ярҙамы алып, үҙ эштәрен башланы.
Ауылдарҙа кооператив төҙөү – уңайлы һәм килемле йүнәлеш, күптәр уны һаман булһа аңлап етмәй. Бергәләшеп эшләгәс, табыш уртаҡ була тип хәүефләнә. Әммә улай түгел. Бигерәк тә шәхси ихаталарҙа күпләп мал тотоп, уны арзан хаҡҡа алыпһатарҙарға биреүселәр, үгеҙ, быҙауҙарҙы һәм һарыҡтарҙы сит өлкәләргә тапшырыусылар өсөн уңайлы, сөнки ситкә малыңды арзанға тапшырғансы, унан юғары килем алыу мөмкинлектәре хаҡында ла уйларға кәрәк. Был йәһәттән беҙ маҡсатлы эш алып барабыҙ.
– Продукцияны эшкәртеү – көн талабы. Урында етештереү булмаһа, алға китеш тә юҡ. Шулай ҙа Баймаҡта заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған ит комбинатын да инвесторҙар асып ҡараны, тик ниңәлер ул эшләп китә алманы. Әле бер-бер артлы асылған ит эшкәртеү цехтары менән дә шул уҡ хәл ҡабатланмаҫмы?
– Дөрөҫ, 109 төр сифатлы продукция етештергән предприятие ни бары өс йыл ғына эшләне. Бының үҙ сәбәптәре барҙыр, әммә кооперативтарҙы уның менән сағыштырып булмай. Һуңғылары ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн бик уңай: сөнки яңғыҙың үҙең етештергән һөт, ит, йәшелсәне баҙарға сығарып ҡына һатыуҙан әллә ни килем ала алмайһың, ә берләшеп, кооператив төҙөһәң, иң мөһиме – дәүләт ярҙамына дәғүә итә алаһың.
Районда малсылыҡ тармағы үҫешкән булараҡ, күп проекттар ит эшкәртеү цехы төҙөү буйынса. Һәр кем бер хәҡиҡәтте аңларға тейеш: сифатлы, тәмле ризыҡҡа һорау бар һәм буласаҡ. Уның хаҡына ла ҡарамай, һатып алыусы сифатлыраҡ аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә, шуға күрә күпме ит эшкәртеү цехы булыуға ҡарамаҫтан, етештергән тауарың яҡшы һәм сифатлы икән, уға һорау буласаҡ.
– Азат Булат улы, район – йылҡысылыҡ буйынса республикала тәүгеләр рәтендә. Баймаҡ ҡымыҙы төбәктә иң шифалы эсемлектәрҙең береһе һанала, районда ат спортын үҫтереү йәһәтенән дә эштәр алып барыла. Шул уҡ ваҡытта Баймаҡ районы башҡорт тоҡомло атының Ирәндек генофондын һаҡлап ҡалған берҙән-бер төбәк булараҡ та билдәле.
– Йылҡысылыҡ – райондың төп ғорурлығы һәм шул уҡ ваҡытта оло бәләһе лә. Ысынлап та, республикала йылҡы һаны һәм ҡымыҙ етештереү буйынса алдынғы урында торабыҙ. Бөтәһе 12 меңдән ашыу йылҡы малы иҫәпләнә, һуңғы йылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙа йылҡының артыуы күҙәтелә.
Үҙегеҙ белеүегеҙсә, йылҡы башлыса тибенлектә йөрөй, шуға күрә уны аҫрау еңел. Беҙҙең төбәктә йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса бар мөмкинлектәр ҙә, шарттар ҙа, теләүселәр ҙә күп. Был хаҡта үҙегеҙ ҙә күп яҙҙығыҙ, әйҙәгеҙ, уның проблемалары хаҡында һүҙ алып барайыҡ. Иң төп мәсьәләләрҙең береһе – сәсеүлектәрҙе тапап, уны бөтөнләй юҡҡа сығарыуы. Был йәһәттән фермерҙар йылҡы көтөүенән ыҙа күрә, сөнки улар сәскән майҙандар тапала, һөҙөмтәлә уңыш булмай. Хужаһынан да күреп булмай, сөнки көтөүҙе айғыр көтә. Улар көндөҙ баҫыуға төшмәй, таңға ҡарай айғыр йылҡы өйөрөн утлауға алып төшә, бер үткәндә тотош баҫыу юҡҡа сыға. Үҙең тотмағас, хужаны ла ғәйепләп булмай, фермерҙың хеҙмәте лә йәл. Бигерәк тә бындай хәл Темәс, Аҡморон зонаһында йыш күҙәтелә. Әлбиттә, мал хужаларына ҡарата штраф бар, әммә ул бик аҙ күләмдә. Икенсенән, юлға сыҡҡан йылҡы өйөрө күпселек үлемесле аварияға сәбәпсе була. Ишмырҙа, Темәс, Билал ауыл биләмәләрендә ошондай аяныслы хәлдәр йыш күҙәтелә.
Ат спортын үҫтереү буйынса районда эш яҡшы ҡуйылған. Баймаҡ арғымаҡтарының даны Башҡортостанда ғына түгел, хатта Рәсәй кимәлендә танылыу алды. Беҙҙең сабыш аттары һәм юртаҡтар Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында ойошторолған “Терра Башҡортостан!” ярыштарында уңышлы сығыш яһаны, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләре ипподромдарында даими призлы урын яулай.
2016 йылдан районда ат биатлоны спортын үҫтереү буйынса нигеҙ һалынды, төрки халыҡтары араһында киң таралған “Ылаҡ” уйыны тергеҙелде. Баймаҡта бейә һөтөн киптереү производствоһы асылды, ул – Рәсәйҙә генә түгел, хатта донъялағы был йүнәлештәге тәүге проекттарҙың береһе.
Йылҡысылыҡ тармағы агротуризм йүнәлешен үҫтереүгә лә этәргес бирә, мәҫәлән, Моҫтай ауылында “Ирәндек” этнотур базаһы булдырылған.
– Үҙегеҙ етәкләгән бүлек менән дә таныштырһағыҙ ине.
– Район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегендә һәм “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәгендә бөтәһе 15 белгес эшләй. Коллектив йәш, дәртле, белемле. Уртаса 40 йәш тирәһендәгеләр, иң тәжрибәле хеҙмәткәрҙәрҙең береһе – баш агроном Радик Рәхмәтуллин. Тап беҙҙең бүлектә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең кәңәше һәм ярҙамы менән йыл һайын фермерҙар, федераль, республика программаларында ҡатнашып, дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә. Үҙ эшен асыусыларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү, документтарын эшләү, бизнес-пландарын ҡарау булһынмы – барыһы ла “Баймаҡ” мәғлүмәт-консультация үҙәге менән берлектә эшләнә. Кәңәш һорап килгән бер кешене лә кире бороп сығармайбыҙ, нисек тә үҙ эшен асырға теләүселәргә бар яҡлап ярҙам итәбеҙ, сөнки үҙ ерендә йәшәгән кеше генә уға һаҡсыл ҡарашта була. Һәр кем үҙенә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән башҡара икән, эш тә бара, һөҙөмтә лә була.