Иҡтисад
6 Июля 2019, 10:43

Беренсе баҫҡыста – Һаҡлыҡ банкы

Brand Finance консалтинг ойошмаһы 2019 йылда Рәсәйҙә 50 иң ҡиммәтле бренд теҙмәһен баҫтырҙы.

Фото: www.rbc.ruФото: www.rbc.ru
Фото: www.rbc.ru
Brand Finance консалтинг ойошмаһы 2019 йылда Рәсәйҙә 50 иң ҡиммәтле бренд теҙмәһен баҫтырҙы.
Өсөнсө йыл рәттән рейтингта беренсе баҫҡысты Һаҡлыҡ банкы яулай. Аналитиктар компанияның маркаһын 842,1 миллиард һумға баһаланы (бер йылда 25,6 %-ҡа үҫкән). Brand Finance билдәләүенсә, Һаҡлыҡ банкы – донъяла Ferrariнан ҡала икенсе ҡеүәтле бренд.
Икенсе юлда – “Газпром” – 552,2 миллиард һум, үҫеш күләме – 72,1%. Өсөнсө урынға “Лукойл”ды сығарғандар. Компания брендының баһалама хаҡы бер йылда 41,3 %-ҡа үҫкән һәм 397,2 миллиард һум тәшкил итә.
Тәүге унау иҫәбенә шулай уҡ “Роснефть” (246,9 миллиард һум, үҫеш – 21,1 %), Рәсәй тимер юлдары (185,8 миллиард һум, +16,9 %), “Магнит” (170,3 миллиард, +17,4 %), ВТБ (144,8 миллиард, +23,3 %), “Татнефть” (132,4 миллиард, +36,2 %), МТС (121,5 миллиард, +6,1 %), “Новатэк” (119,9 миллиард, +59,1 %) ингән. “Пятерочка” брендының үҫеше 29 % тәшкил итеп, тәүге унау исемлегенән 11-се урынға төшкән.


Рейтингҡа тәүге тапҡыр инеүселәр: “Строймонтаж” (30-сы урын), “Алроса” (39-сы), “Простоквашино” (40-сы урын).
Читайте нас