Бишбүләк районының Уҫаҡкисеү ауылында эшләп килгән икмәк бешереү цехының даны бөтә төбәккә билдәле. Уның хужабикәһе Ләйлә Ғиззәтуллинаны ла эшһөйәр, тәүәккәл ханым тип беләләр.
Ләйлә Рәхмәтулла ҡыҙы был эшкә 2014 йылдың майында тотона. 36 йыл ауыл хакимиәтендә эштәр идарасыһы, бухгалтер булып эшләгән ханымдың ни тиклем ҙур тәжрибәгә, ойоштороу һәләтенә эйә булыуы хаҡында әйтеп тораһы ла түгел. Документацияны теүәл алып барыу, партнерҙар менән эшләү йүнәлешендә Ләйлә Рәхмәтулла ҡыҙына ейәне Рәил Шиһапов та ҙур ярҙам күрһәтә. Ул, Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлап, “Башкирэнерго” йәмғиәтенең Бишбүләктәге филиалында уңышлы эшләп йөрөй.
Шәхси эшҡыуар берҙәм, эшһөйәр коллектив туплауға өлгәшкән. Икмәк бешереүселәр Зөлфиә Низамиева, Айгөл Ямалетдинова, Зөлфиә Сәмиғуллина һәм Зәлифә Хәсәнова үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара. Водитель Ғаяз Вәлиуллиндың да ярҙамы ҙур: ул, әҙер продукцияны сауҙа нөктәләренә, туҡланыу үҙәктәренә ташыуҙан тыш, атаһы менән ҡомалаҡ әҙерләүҙе лә үҙ өҫтөнә алған.
Бөгөн икмәкханала сменаһына 800 икмәк бешерелә. Ассортиментты төрләндерергә, ҡалас-күмәстәрҙең һәр төрлөһө менән халыҡты ҡыуандырырға тырыша Уҫаҡкисеү уңғандары. Әҙер продукция Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй райондарының сауҙа нөктәләренә оҙатыла. Бынан тыш, уҡыу осоронда райондың дүрт мәктәбенең ашханаһын йылы әпәкәй менән тәьмин итә эшҡыуар.
Район хакимиәте аша юлланған 300 мең һумлыҡ грант эшмәкәрлекте яйға һалыуҙа ҙур ярҙам булған. Был аҡсаға икмәк бешереү өсөн мейес, төрлө ҡорамалдар һатып алғандар.
Эшселәрен һәр йәһәттән дәртләндерергә, хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләргә тырыша Ләйлә Рәхмәтулла ҡыҙы. Киләсәктә етештереү күләмен арттырыу хаҡында ла аныҡ пландары, алдына алған маҡсаттары етерлек. Ул саҡта Уҫаҡкисеүҙә бешерелгән тәмле ҡомалаҡ икмәгенең даны тағы ла киңерәк таралыр әле!