Быйылдан республика биләмәләрендә “Башҡорт ихаталары” программаһы эшләүе хаҡында уҡыусыларыбыҙ күптән хәбәрҙар.
Программаны тормошҡа ашырыуға быйыл 1,78 миллиард һум тотоноласаҡ. Барлығы 400 ихата төҙөкләндереләсәк. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев билдәләүенсә, муниципалитеттарҙа тағы 54 ихата резервта тора.
Төҙөкләндереү эштәре республика ҡаҙнаһы (94 процент), урындағы бюджет (5 процент) һәм халыҡ (1 процент) иҫәбенә башҡарыла. Әйткәндәй, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә хәүефһеҙ балалар майҙансығын төҙөү, йәшелләндереү, туҡталҡалар булдырыу, сүп-сар һауыттарын урынлаштыру, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү приборҙары менән йыһазландырыу, асфальт түшәү – төп талаптар.
“Әлеге көндә 229 ихатала эш бара. Халыҡтан дәғүәләр ҙә юҡ түгел. Күптәр подрядсыларҙың килеп тә, объектты әҙерләп тә эш башламай күрәләтә икенсе ихатаға сығып китеүенә зарлана. Хакимиәт башлыҡтарын мөмкин тиклем эште көйләргә саҡырам”, – тине Борис Беляев.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров, ғөмүмән, был мәсьәләне һәр хакимиәт башлығы контролдә тоторға тейеш, тигән фекерҙә.
“Һәр хакимиәт башлығы ихаталарҙы шәхсән үҙе ҡарап сығырға тейеш: ҡайһыһына ремонт кәрәк, ҡайһыныһына юҡ. Эш ваҡытына килгәндә, мин аңлайым, ҡайһы бер муниципалитеттар өлгөрмәйәсәк. Тикшерәсәкбеҙ. Сәбәптәрен асыҡлаясаҡбыҙ. Кемдәр өлгөрмәй, бында саҡырасаҡбыҙ”, – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе билдәләүенсә, программа киләһе йылда ла дауам итәсәк һәм финанслау мәсьәләһе лә быйылғы йыл кимәлендә һаҡланасаҡ.