Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июль 2019, 13:40

Антон Силуановтың килеүе көтөлә

17 июлдә Өфөлә "Рәсәй экспорт үҙәге" акционерҙар йәмғиәте булышлығында "Экспортлау ваҡыты" Икенсе халыҡ-ара форумы үтәсәк.

Фото Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан.
Фото Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетынан.
17 июлдә Өфөлә "Рәсәй экспорт үҙәге" акционерҙар йәмғиәте булышлығында "Экспортлау ваҡыты" Икенсе халыҡ-ара форумы үтәсәк.


Сара барышында милли проекттарҙы бойомға ашырыу һәм 2.0 Төбәк экспорт стандартын Рәсәй төбәктәренә индереү мәсьәләләре ҡараласаҡ.


Шулай уҡ тауар оҙатыусыларҙың һәм ойошмаларҙың мәнфәғәтен сит илдә яҡлау, акселерация һәм онлайн-сауҙа, тауарҙар күләмен арттырыуға бәйле мәсьәләләр тикшереләсәк.


Форумда республиканың "Иң яҡшы эскпортсыһы"ларын бүләкләйәсәктәр. Сара барышында тышҡы иҡтисад эшмәкәрлеге өлкәһенән белгестәр семинарҙар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойоштора.

Сарала 350-нән ашыу кеше, шул иҫәптән Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары – финанс министры Антон Силуанов, "Рәсәй экспорт үҙәге" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Андрей Слепнев, сит ил вәкилдәре, федераль власть органдары, эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселеге һәм экспортҡа булышлыҡ итеү институттары вәкилдәре ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: