Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Июль 2019, 17:43

Әбйәлил, Әлшәй, Ғафури, Йәрмәкәй, Ишембай...

Был райондар ниндәй исемлектә?

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә комбайндарҙың һәм башҡа техниканың уңыш йыйыуға әҙерлеге мәсьәләһе тикшерелде.
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров райондарҙың, хужалыҡтарҙың яуаплы осорға әҙерлек кимәле менән ҡыҙыҡһынды.


Башҡортостан Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов һүҙҙәренсә, бер меңдән ашыу ауыл хужалығын тикшереү һөҙөмтәһендә быйыл техник талаптарҙы боҙоу осраҡтарының кәмеүе күҙәтелгән.
Былтыр иһә баҫыу эштәре осоронда төҙөк булмаған иген урыу техникаһын файҙалаған өсөн 14 тракторсы-машинист административ яуаплылыҡҡа тарттырылған.
Ринат Ғәлимов белдереүенсә, әле Әбйәлил, Әлшәй, Ғафури, Йәрмәкәй, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондарында техника баҫыуға сығырға тулыһынса әҙер.
Читайте нас: