Әлшәй районы үҙәге Раевкала "Башҡортостандың 100 йыллығына - 100 объект" республика программаһы сиктәрендә бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә.
Көҙ айында район үҙәге балалары ғына түгел, ә күрше ауылдарҙыҡы ла рәхәтләнеп заманса бассейнда һыу инеп, сәләмәтлеген нығытасаҡ.
Мөһим объекттың заказсыһы – Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы, ә подрядсыһы – ГТ БНЗС-ның 5-се төҙөлөш фирмаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте.
Проектҡа ярашлы, спорткомплекс биләмәһендә 25 метр һуҙымында дүрт юллыҡ ябыҡ бассейн, баскетбол, волейбол, гандбол һәм мини-футбол уйнау өсөн спорт залы, заманса һыу таҙартыу ҡоролмалары менән сисенеү, йыуыныу бүлмәләре ҡаралған.
Объекттың хаҡы 150 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. Бөгөн төҙөлөштә эштәр тотҡарлыҡһыҙ бара, төҙөлөш материалдары ваҡытында килтерелә.