Төн буйы ямғыр һибәләне. Шуға ла “Мифтахов” крәҫтиән (фермер) хужалығына мал аҙығын әҙерләү барышы менән танышырға юлға сыҡҡас, күңел бер аҙ төштө. Бындай мәлдә ауыл эшсәндәренең дә кәйефе шәптән түгелдер инде, тип уйланыҡ. Шулай ҙа хужалыҡ етәксеһе Ришат Мифтахов беҙҙе ихлас ҡаршы алды.
– Әлегә тиклем көн матур торғас, мал аҙығын тырышып әҙерләнек, – тип һүҙ башланы ул. – Ямғыр яуҙы тип кәйеф төшә тиме. Ямғыр – ул бәрәкәт. Быйыл беҙҙе тәбиғәт иркәләмәне. Райондың башҡа ауылдарында ямғыр ҡойоп яуып үтһә лә, беҙгә ҡойроғо ғына эләгә. Шуға ла бесән шыйыҡ, тығыҙ түгел. Кисә ямғыр мул һибәләгәс, ҡыуаныстың сиге булманы. Баҫыуҙар бер аҙ һурыҡҡансы тип техниканы ҡарап алырға булдыҡ. Бына әле генә “Беларусь”тың тәгәрмәсен алмаштырҙыҡ.
Атанан күргән – уҡ юнған, тип хаҡ әйткән халыҡ. “Мифтахов” крәҫтиән (фермер) хужалығы уңғандары менән танышҡас, был һүҙҙең хаҡлығына тағы бер ҡат инандым.
Яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләргә хәл иткән Зөбәржәт һәм Рафаил Кушнаренко ауыл хужалығы техникумында осраша. Йәштәр икеһе лә агроном һөнәренә уҡырға килгән. Ҡулдарына диплом алғас, егеттең тыуған яғы – Иҫке Бәпес ауылына ҡайтып төпләнәләр. Йәштәр Карл Маркс исемендәге колхозда хеҙмәт юлын башлай. Рафаил ағай агроном булып, ә Зөбәржәт апайҙы бер ни ҡәҙәр ваҡыттан һуң колхоз идараһына эшкә алалар. Уңған ғаиләлә өс ул, бер ҡыҙ ауыл эшен белеп, өйрәнеп үҫә. Мәктәпте тамамлағас, егеттәрҙең бөтәһе лә Башҡортостан дәүләт аграр университетын һайлай. Бер аҙҙан Рафаил ағай хужалыҡты улы Ришатҡа ышанып тапшыра.
Хужалыҡ һыйыр малы үрсетеү, үҫемлекселек менән шөғөлләнә. Бөтәһе 150 баш һыйыр малы аҫрала. 612 мең гектар ерҙә арыш, бойҙай, арпа, ҡарабойҙай, көнбағыш үҫтерелә, 107 гектарҙа бер йыллыҡ үлән сәселгән.
...Төштән һуң ҡояш бесәнлектәрҙе киптерҙе. Тамаҡ ялғап алған егеттәр йәнә көр кәйеф менән баҫыуға ашыҡты. Руслан “Беларусь”ында үләнде сапһа, Сәлих Хәлитов йыя. Ә Айрат Абнасиров яҫмаларҙы төргәккә һала. Әҙер бесәнде Рөстәм “КамАЗ”-да фермаға ташый башланы.