Иҡтисад
11 Июль 2019, 09:40

Ниһайәт, еңел һуланылар

Ә башҡалар ҡасан ҡыуаныр?

Фото: mail.ruФото: mail.ru
Фото: mail.ru
Ниһайәт, “һаҡаллы” ике төҙөлөштөң алданған өлөшсөләре еңел һуланы. Яңы Булгаковтағы (литер 32 Б) һәм “Миловка паркы”ндағы йорттар хужалары (5.3, 5.4, 5.5) июль аҙағына тиклем фатир асҡыстары аласаҡ.
Ниһайәт, дүрт йорт файҙаланыуға тапшырыла. Әммә әлегә “Миловка паркы” төҙөлөшө проблемалы булып ҡала. “Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ” федераль программаһы буйынса төҙөлһә лә, 2017 йылда фирма бөлдө. Планлаштырылған 14 кварталдың ни бары икеһе генә файҙаланыуға тапшырылған.
Читайте нас