Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Июль 2019, 15:58

Таусыларҙың бөгөнгөһө – көйлө, киләсәге – өмөтлө

Теүәл 65 йыл элек СССР-ҙың төҫлө металлургия министры П.Ф. Ломако “Төҙөлөп ятҡан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының дирекцияһын ойоштороу хаҡында” бойороҡҡа ҡул ҡуя. Предприятиеның рәсми эшмәкәрлеге нәҡ ошо ваҡиға менән бәйле. Бөгөн “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәте – Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе территорияларында баҡыр колчеданы рудаһынан баҡыр һәм цинк концентраты етештереүсе ҡеүәтле тау сеймалы сығарыу комплексы. Урал төбәгендә цинк һәм баҡыр концентраты етештереү буйынса алдынғылар рәтендә һаналған предприятие эшмәкәрлеге, уның перспективалары тураһында беҙ Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған шахтеры Зәкәриә ҒИБӘҘУЛЛИН менән әңгәмәләштек.

Теүәл 65 йыл элек СССР-ҙың төҫлө металлургия министры П.Ф. Ломако “Төҙөлөп ятҡан Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының дирекцияһын ойоштороу хаҡында” бойороҡҡа ҡул ҡуя. Предприятиеның рәсми эшмәкәрлеге нәҡ ошо ваҡиға менән бәйле. Бөгөн “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәте – Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе территорияларында баҡыр колчеданы рудаһынан баҡыр һәм цинк концентраты етештереүсе ҡеүәтле тау сеймалы сығарыу комплексы. Урал төбәгендә цинк һәм баҡыр концентраты етештереү буйынса алдынғылар рәтендә һаналған предприятие эшмәкәрлеге, уның перспективалары тураһында беҙ Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған шахтеры Зәкәриә ҒИБӘҘУЛЛИН менән әңгәмәләштек.


– Зәкәриә Рәфғәт улы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының бөгөнгө эшмәкәрлеген һеҙ нисек баһалайһығыҙ? Таусылар олпат юбилейҙы ниндәй уңыштар, ҡа­ҙаныштар менән ҡаршылай?
– Комбинаттың 65 йыллыҡ тарихында хеҙмәт коллективы һәр ваҡыт тотороҡло һәм һөҙөмтәле эшләне. Бөгөн дә планға алынған бар производство күрһәткестәре лә үтәлә: быйыл биш айҙа 2 миллион 600 мең тонна руда сы­ғарылды. Улар эшкәртелеп, 19 мең тонна баҡыр, 25,8 мең тонна цинк концентраттары етештерелде. Ошо арауыҡта 1,3 миллиард һумлыҡ капитал һалыуҙар үҙләштерелде. Уның яртыһы ағып төшөп йы­йылған сәнәғәт һыуҙарын таҙартыу ҡорол­маларының икенсе сиратын һәм Яңы Учалы ятҡылығында ер аҫты руднигы кеүек мөһим производство объекттарын төҙөүгә йүнәлтелде. Яңы Учалы руднигынан мәғдән сығара башлауыбыҙ – һуңғы йылдарҙағы иң ҙур ҡаҙа­нышыбыҙ, сөнки предприя­тиебыҙ­ҙың киләсәге уға ныҡ бәйле.
– Яңы ятҡылыҡтың перспективалары нисек төҫмөрләнә?
– Яңы Учалы руднигының мәғ­дән запасы 116 миллион тонна тәшкил итә. Ятҡылыҡты үҙләш­тереү комбинатты тағы дүрт тиҫтә йылға эш менән тәьмин итәсәк тигән һүҙ. Тап бер йыл элек мәғ­дән сығара башлағайныҡ. Бөгөн иһә төҙөлөш барған рудниктың 680-се горизонтынан өҫкә 390 мең тонна мәғдән күтәртелде. Йыл аҙа­ғынаса был күрһәткесте 420 мең тоннаға тиклем еткерергә сама­лайбыҙ.
Дөйөм алғанда, яңы рудникты төҙөү өсөн 19 миллиард һум аҡса сарыф ителәсәк, бөгөн уның 4,5 миллиарды үҙләштерелгән. “Шахта төҙөү идаралығы” подрядсы ойош­ма­һы күптән түгел шахта үҙәген про­ходкалау эштәренә тотондо. Был эште башҡарыу өсөн шахта өҫ­төндә кәрәкле ҡоролмалар ҙа әҙер.
850 метр тәрәнлектәге горизонт­тарҙа руданы үҙләштереүгә әҙер­ләү маҡсатында ҡаҙылма байлыҡ сығарыу урындары проходкала­на. 2029 йылға яңы рудник йылына 4,5 миллион тонна мәғдән сығарыу ҡе­үәтенә өлгәшәсәк тип күҙаллай­быҙ.
– Һәр предприятиеның үҫеш нигеҙен, тәү сиратта, дөрөҫ, грамоталы алып барылған, ентекле уйлап ойошторолған сәйәсәт тәш­кил итә. Алдынғы фәнни-техник тәжрибә комбинатта нисек тормошҡа ашырыла?
– Етештереүҙең һөҙөмтәлеле­ген күтәреү, сығымдарҙы кәме­теү өсөн даими рәүештә яңы техно­ло­гия­ларҙы үҙләштереп, ҡулланыр­ға тырышабыҙ. Мәҫәлән, йәй ай­ҙа­рында “Үҙелгә” руднигында ҡа­ҙыл­ма байлыҡтар сығарыл­ғандан һуң барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырыу өсөн ҡатыш­ма әҙерләүсе махсус комплекс­ты яңыртыуҙы планлаштырабыҙ. Ошо маҡсатта “БФК Инжиниринг” Рәсәй компа­нияһы уйлап тапҡан ультра­ваҡ­лау­сы тирмән ҡайтар­тыуға килешеү тө­ҙөнөк. Заман техноло­гияла­рының был алымын ҡулла­ныу бушлыҡ­тар­ҙы тулты­рыу өсөн ҡа­тышмалар әҙерләгәндә, цементҡа сығымдарҙы 30 про­центҡа кәме­теүгә мөмкинлек би­рәсәк.


Ошо уҡ йәмғиәт менән хеҙмәт­тәшлек итеү сиктәрендә, байыҡ­тырыу фабрикаһында концентрат­тарҙан күберәк металл алыу маҡсатында механоактиватор тип аталған махсус ҡоролмаға һынау үткәрҙек. Ыңғай һөҙөмтәләр өмөт­тәребеҙҙе аҡланы.
– Сер түгел, һәр эре тау сәнә­ғәте предприятиеһында экология проблемалары бар. Был мәсьәләләр комбинатта нисек хәл ителә?
– Комбинат – Урал тау руда сәнәғәте предприятиелары араһын­да экология мәсьәләләре менән иң күп шөғөлләнгән предприятие. 1983 йылдан алып һыу таҙартыу өсөн биш нейтралләштереү стан­ция­һы төҙөлдө. Концентрат­тарҙы киптергәндә газ яғыулығы ҡулла­ныла, барлыҡ ҡаҙанлыҡтар мазуттан газға күсерелгән. Фабрикала концентраттар ҡыҫылған һауа ярҙа­мында киптерелә. Үҙегеҙ кү­рәһегеҙ, хәҙер торбалар төтәмәй. Бынан тыш, энергоэффектлы технологиялар индерергә тырышабыҙ. Һауаға сығарылған бысраҡты кәметеүгә генә түгел, энергия ресурстарын – газ, электр уты, һыуҙы артыҡ сарыф итмәү маҡсатын ҡуябыҙ.
Экология өлкәһендә сәнәғәт предприятиелары өсөн ҡанундар йылдан-йыл етдиләнә. Беҙ уларҙы мотлаҡ күҙәтергә тейешбеҙ, шуға күрә тирә-яҡ мөхиткә техноген тәьҫирҙе мөмкин тиклем кәметеү маҡсатында ҙур аҡса һалабыҙ.
Әлеге ваҡытта ағып төшөп йы­йылған сәнәғәт һыуҙарын таҙартыу­ҙың сифатын яҡшыртыу маҡса­тында таҙартыу ҡоролмаларының икенсе сираты төҙөлә. Яңы технологияларҙы ҡулланыу ҡорол­ма­ларҙың етештереүсәнлеген артты­расаҡ, таҙартыу сифаты балыҡ­сылыҡ хужалығында рөхсәт ител­гән концентрация нормаларына тиклем еткереләсәк – Яңы Учалы руднигы төҙөлөү айҡанлы был бигерәк тә актуаль. Төҙөлөш өсөн сарыф ителгән сумма 1,5 миллиард һум тәшкил итәсәк. 2022 йылда объектты файҙаланыуға тапшы­рырбыҙ тип күҙаллайбыҙ.
Фабрикала файҙалы ҡаҙылма­ларҙы байыҡтырыу процесы ҡал­дыҡтарын ҡуйыртыу комплексы – тормошҡа ашырылған тағы бер экологик проектыбыҙ. Был тех­нология байыҡтырыу ҡалдыҡта­рын ер өҫтөнә түгел, ә Учалы карье­рының эшкәртелеп бөткән уйымына һалыу мөмкинлеген бирҙе. Проектты ғәмәлгә индереү маҡсатында 1,4 миллиард һум аҡса тотонолдо.
– Комбинат ҡала-район хал­ҡын да ярҙамһыҙ ҡалдырмай...
– Эйе, миңә предприятие етәк­сеһе генә түгел, депутат булараҡ та ҡалала, байтаҡ ауылдарҙа булып, халыҡ менән йыш осрашырға тура килә. Урындағы мәсьәләләр менән яҡындан танышмын. Коллек­тивтың һөҙөмтәле эшләүе арҡа­һында, бөгөн беҙ райондың социаль объекттарын ремонтлауға, йыһаз­ландырыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ. Әлбиттә, урындағы власть органдары менән килешеп эш итә­беҙ. 18 ауыл ултырағының береһе лә үгәйһетелмәһен тигән маҡсат та ҡуйыла. 2014 йылдан алып йыл һайын һәр ҡайһыһына 400 меңәр һум бирелә. Әлбиттә, комбинат хеҙмәткәрҙәренең төп өлөшө йәшә­гән ҡала ултырағы ла ситтә ҡалмай – һуңғы биш йылда 20 миллион һумдан ашыу суммаға ярҙам күр­һәтелде. Үҙәк ҡала дауаханаһын да иғтибарыбыҙҙан мәхрүм итмәй­беҙ – 9,4 миллион һумлыҡ ярҙам күрһәттек, шул иҫәптән интенсив терапия блогына алты реаниматор мониторы, стоматология ҡорамалдары, ауыл­дарҙа урынлашҡан 52 ФАП-ҡа беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү приборҙары ҡайтартылды.
Шулай ҙа төп иғтибарҙы йәш быуынға йүнәлтәбеҙ. Йыл һайын бер нисә спорт секцияһының, түңә­рәктәрҙең эшмәкәрлеген финанс­лайбыҙ. Уларҙа 750-нән ашыу ба­ла өҫтәл теннисы, хоккей, боҙҙа фигуралы шыуыу, черлиндинг, шахмат, футбол, мотокросс, заман һәм бал бейеүҙәре менән шө­ғөлләнә. 2018 йылда ошо маҡсат­та 30 миллион һум аҡса йүнәл­телде. В. Терешкова исемен­дәге “Ҡалҡан” һауыҡтырыу лагерында һәр йәй миҙгелендә 1250 бала ял итә.
Мәҙәни өлкәгә лә иғтибар би­рәбеҙ. “Кристалл” бейеү студияһын һәм данлыҡлы “Ләйсән” бейеү ансамблен үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алдыҡ. Комбинат хеҙмәткәр­ҙәре­нең, ветерандарыбыҙҙың сәләмәт­ле­ген хәстәрләргә тырышабыҙ – йыл һайын 800 таусы, 100-ләгән ветеран предприятие шифаха­наһында һаулығын нығыта. Предприятиела биш спорт залы эшләй. Йыл һайын, шау-гөр килеп, егерме бер спорт төрө буйынса үҙебеҙҙең спартакиаданы уҙғарабыҙ.
Һәм, әлбиттә, лайыҡлы алмаш әҙерләүҙе лә онотмайбыҙ. Учалы тау сәнәғәте колледжын ярҙамы­быҙҙан айырмайбыҙ. Йәштәр ара­һында “Инженериада” кеүек ғилми-техник конкурс уҙғарыу ҙа изге традицияға әйләнде.
– Үҙегеҙ хаҡында ла бер аҙ һөйләп үтегеҙ әле...
– Мин Силәбе өлкәһенең Ҡар­талы ҡалаһында тыуғанмын. Атайым йәш сағында Ҡаҙағстанда күмер шахтаһында хеҙмәт иткән. Уның эше хаҡында һөйләгәндәре бик мауыҡтырғыс ине. Шуға ла бала саҡтан тау, шахта эше бик кә­рәк­ле, ҡыҙыҡлы һөнәр икәнле­генә инанып үҫтем. Егет ҡорона ингәс, тәүҙә хәрби булырға ниәтлә­гәйнем. Тик атайымдың дөрөҫ йү­нәлеш биреүе миңә тау инженеры һөнәрен һайлауға этәргес булды тиһәм, яңылышмаҫмын. Магнитогорск ҡалаһында Г.И. Носов исе­мендәге дәүләт техник университе­тын тамамланым. Студент йылдарында уҡ яҡшы уҡытыусылар, остаз­дар менән аралашып йәшә­нем. Уларҙың ярҙамында фәнни эшкә тотондом. Уҡып бөткәс, Учалы тау-байыҡтырыу комбина­тының Йәштәр карьерында эш башланым. Берҙәм, татыу коллективта һөнәр нескәлектәренә төшөн­дөм, тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр йәш­тәргә ихлас ярҙамлаша, йүнәлеш бирә, ныҡлы терәк була белә ине. Һөҙөмтәлә тау эшенә 36 йыл ғүмеремде бағыш­ланым һәм быға һис кенә лә үкенмәйем.
– Байрам айҡанлы таусы­лар­ға, учалыларға ниҙәр теләр инегеҙ?
– Таусылар һәр ваҡыт юғары һөнәр оҫталыҡтары, эшкә яуаплы ҡарауы, производство мәсьәлә­ләрен хәл иткәндә берҙәм булыуы менән айырылып тора. Көрсөк йылдарында ла, тотороҡло ваҡыттарҙа ла комбинат производство про­граммаһын тулы күләмдә үтәне, үҙ средстволарына йәшәне һәм эшмәкәрлек итте. Предприятиебыҙҙың 65 йыллыҡ юбилейын ҡаршылап, мин коллективҡа оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, иң берен­се сиратта шахтерҙарға һәм байыҡтырыусыларға, хөрмәтле ветерандарыбыҙға – предприятие уларға, уларҙың һөнәр оҫталығына, тоғролоғона таяна. Данлы комби­натыбыҙ әллә нисә быуын шахтер­ҙар, байыҡтырыусылар, транспортсылар, төҙөүселәр, ғөмүмән, ошо ауыр, әммә маҡтаулы һөнәр менән бәйле һәр кемдең тырышлығы арҡаһында барлыҡҡа килгән изге эштәрҙе дауам итһен, сәскә атһын! Барыһына ла уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, именлек теләйем!
Читайте нас