Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Июль 2019, 19:20

Һөт заводы нисек эшләй?

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Шишмәләге һөт заводы эшмәкәрлеге менән дә танышты.

Олег Яровиков фотолары.
Олег Яровиков фотолары.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Шишмәләге һөт заводы эшмәкәрлеге менән дә танышты.
1974 йылда нигеҙ һалынған предприятиела быйыл реконструкция тамамланған, производство яңыртылған. Был эштәргә 24 миллион һум йүнәлтелгән. Генераль директор Руслан Хәмитовтың республика етәксеһенә һөйләүенсә, бында әле 80 кеше эшләй, уртаса хеҙмәт хаҡы – 25 мең һум самаһы.
Предприятиела һөт, кефир, ҡаймаҡ, эремсек, йогурт сығарыла. Республика етәксеһе был йәһәттән артабанғы пландар менән ҡыҙыҡһынды. Руслан Хәмитов әйтеүенсә, завод тәүлегенә 60 тонна һөт етештереү ҡеүәтенә эйә. Әле иһә был күрһәткес – сменаға 15 тонна. Быйылғы дүртенсе кварталда максималь ҡеүәттә эшләй башлау планлаштырыла. Һөт продукцияһын ташыуҙың географияһын да киңәйтергә ниәтләйҙәр.
Читайте нас в