Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Июль 2019, 02:17

"Башҡорт ихаталары" Шишмәгә лә йәм өҫтәй

Шишмә ҡасабаһында “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы күп фатирлы йорт подъездарын комплекслы ремонтлау дауам итә.

Олег Яровиков фотолары.
Олег Яровиков фотолары.
Шишмә ҡасабаһында “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы күп фатирлы йорт подъездарын комплекслы ремонтлау дауам итә. Республика етәксеһе Радий Хәбиров Ғизәтуллин урамы, 19 адресы буйынса барған эш менән танышты.
Был йортта биш подъезд бар. Уларҙы ремонтлау өсөн 1,65 миллион һум йүнәлтеү планлаштырылған. Подрядсы ойошма вәкиле әйтеүенсә, эш 1 октябргә тамамланасаҡ.
Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Ураҙмәтов “Башҡорт ихаталары” программаһына ярашлы ошо айҙа ҡасабалағы өс йорттоң биләмәһен төҙөкләндереү башланасағы хаҡында белдерҙе. Контракттың күҙалланған хаҡы – 6,7 миллион һум. Ошо уҡ ихаталарҙа хәүефһеҙ һәм уңайлы заманса балалар майҙансыҡтары булдырыласаҡ.
Радий Хәбиров биләмәләрҙе һәм подъездарҙы ремонтлауҙың билдәләнгән ваҡытта, халыҡтың теләктәрен иҫәпкә алып башҡарылырға тейешлеген билдәләне. Эштең сифатына айырым иғтибар бүленергә тейеш.
Читайте нас: