Башҡортостан
-9 °С
Ҡар
VK
OK
РУС
Telegram
Дзен
Бөтә яңылыҡтар
10
Иҡтисад
14 Июль 2019, 02:25
Үҙебеҙҙең шәкәр!
Шишмә шәкәр заводын заманса яңыртыуға 452 миллион һум һалынасаҡ, шуның 102 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан.
Олег Яровиков фотоһы.
Шишмә шәкәр заводын заманса яңыртыуға 452 миллион һум һалынасаҡ, шуның 102 миллион һумы – республика ҡаҙнаһынан. Был инвестициялар реконструкция үткәреү, грануллы һығынды (ул Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур ихтыяж менән файҙаланыла) етештереү буйынса ҡеүәтте арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
Радий Хәбиров бында ике һыҡҡысты монтажлау барған майҙансыҡты ҡараны, улар сөгөлдөр ҡалдыҡтарын һөҙөмтәлерәк файҙаланыуға килтерәсәк.
“Тәүлегенә 90 тонна ҡоро һығынды алыу мөмкинлеге асыла, был һуңғы миҙгел күрһәткестәренән 1,5 тапҡыр күберәк. Цех булдырылһа, ун кеше хеҙмәт урыны менән тәьмин ителәсәк”, – тип белдерҙе предприятиеның баш инженеры Станислав Сирота.
Завод “Таврос” компаниялары төркөмөнә инә. Улар “Урал аръяғы-2019” инвестиция форумында республика Хөкүмәте менән 452 миллион һумлыҡ килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Проектты тормошҡа ашырыу йыл һайын утыҙ мең тонна грануллы продукция етештереү мөмкинлеген бирәсәк.
Шишмә заводы шәкәрҙе Үзбәкстанға, Ҡырғыҙстанға, Монголияға, Ҡаҙағстанға, Тажикстанға, Грузияға, Төркиәгә экспортлай.
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
Соңгы кыңгырау кайчан яңгыраячак?
«Бумага» не сдаётся
Дуҫтар! Беҙҙең телеграм-каналға яҙылығыҙ!
Өфө һәм Башҡортостан тураһында яңылыҡтар — һеҙҙең смартфонда.