Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июль 2019, 22:59

Аптырата бит был ҡатын-ҡыҙ!

Кем еңде тиһегеҙме? Әлбиттә, беҙҙекеләр!

Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Фото Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Свердловск өлкәһенең Арти ҡалаһында салғысыларҙың VIII Халыҡ-ара турниры үтте.


Унда Рәсәйҙең бер нисә төбәгенән, шулай уҡ Франция, Черногория, Украина, Словакия, Тажикстан һәм Әрмәнстандан 80-дән ашыу кеше ҡатнашты. Башҡортостан командаһы намыҫын Дыуан районы вәкилдәре – Илһам Басиров, Татьяна Щербинина, Анастасия Скороходова һәм Светлана Серебренникова яҡланы.
Көслө заттар 100 метрлыҡ һыҙатты сабыу буйынса ярышһа, гүзәл заттарға 50 метр ҡаралған ине. Комиссия ағзалары салғысыларҙың таһыллығын сабыуға киткән ваҡытҡа, үләндең оҙонлоғо һәм халыҡ йолаларын белеүгә ҡарап баһаланы.
Һөҙөмтәлә кем еңде тиһегеҙме? Әлбиттә, беҙҙекеләр! Ҡатын-ҡыҙ араһында “Баҫыу биҙәге” конкурсының иң шәп салғысыһы булып Башҡортостан ҡыҙы Анастасия Скороходова танылды.
Был турнир Свердловскиҙа һигеҙенсе йыл рәттән үткәрелде. Бының сәбәбе лә бар: илдә берҙән-бер Арти заводында бына 200 йылдан ашыу салғы һәм ураҡ етештерелә.
Читайте нас: