Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөлә “Экспортлау ваҡыты” II халыҡ-ара форумы үтте.
Унда республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров башҡа илдәрҙә вәкиллектәр булдырыу киләсәктә ошо юҫыҡтағы бәйләнеште үҫтереүгә, республикала етештерелгән продукцияны экспортҡа әүҙем оҙатыуға булышлыҡ итәсәген белдерҙе.
– Бер ай элек Австрияла республика вәкиллеген астыҡ. Йыл аҙағына Төркиәнең Истанбул ҡалаһында ла шундай структура барлыҡҡа киләсәк, – тине Радий Фәрит улы.
Әйткәндәй, әле Словакия, Болгария һәм Чехияла сауҙа йорттары уңышлы эшләй.