Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июль 2019, 02:19

Баҫыуҙарҙа уңыш өсөн көрәш бара

Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре әлеге мәлдә уңышты һаҡлап ҡалыу, юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн бар тырышлығын һала. Ни генә тимә, баҫыуҙарҙа башаҡ йыйған иген, арыш, ҡояш ҡыҙы – көнбағыш, гәрсис, икенсе икмәк булып һаналған картуфҡа дәғүә итеүселәр күп. Төрлө бөжәктәргә, ауырыуҙарға ҡаршы ваҡытында көрәшмәһәң, уларҙың уңыш күләменә кире йоғонто яһауын көт тә тор.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре әлеге мәлдә уңышты һаҡлап ҡалыу, юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн бар тырышлығын һала. Ни генә тимә, баҫыуҙарҙа башаҡ йыйған иген, арыш, ҡояш ҡыҙы – көнбағыш, гәрсис, икенсе икмәк булып һаналған картуфҡа дәғүә итеүселәр күп. Төрлө бөжәктәргә, ауырыуҙарға ҡаршы ваҡытында көрәшмәһәң, уларҙың уңыш күләменә кире йоғонто яһауын көт тә тор.


Һауа температураһы ун градус йылылыҡтан күтәрелеп, яуым-төшөмлө булһа, кәбеҫтә көйәһе тиҙ үрсей. Ҡарышлауыҡтары сәсеүлеккә ҙур зыян килтерә, 33 көн һайын яңы быуыны үрсей, шуға күрә әүернә сәскәлеләргә ҡараған майлы үҫемлектәр үҫтергән хужалыҡтарға кәбеҫтә көйәһенең ҡарышлауыҡтарын күреү менән үҙәккә мөрәжәғәт итергә йәки баҫыуҙы пестицидтар һәм агрохимикаттар менән эшкәртергә кәңәш ителә. Тик был препараттар көйәнең йомортҡаларына, ҙур ҡарышлауыҡтарға һәм күбәләктең ҡурсаҡтарына ҡаршы көсһөҙ, шуға күрә ҡоротҡосто мәлендә күреп, тейешле саралар күреп өлгөрөргә кәрәк.
Үҙәктең 40 филиалы бар, шуға һәр районда тиерлек белгестәр баҫыуҙарға тикшереү үткәреү өсөн көн дә сыға. Әгәр ҡоротҡостар күләме хәүефле тип табылһа, урында химик эшкәртеү ойоштороу кәрәклеге тураһында баҫыу хужаларына хәбәр ителә, йәғни ауыл хужалығы предприятиелары рөхсәт ителгән препараттар менән участка­лағы ҡоротҡостарҙы юҡ итергә бурыслы. Үҙәк белгестәре тарафынан Баш­ҡортостанда әлеге мәлдә 700 мең гектарға яҡын биләмә тикшерелгән, уларҙың ун процентында ҡоротҡостар булыуы асыҡланған. Зыян килтереүсе­ләр араһында бөжәктәр генә түгел, кимереүселәр ҙә бар. Һуңғылары Дүрт­өйлө, Краснокама, Яңауыл районда­рындағы урман сигендә күҙәтелә.
Урал аръяғы төбәктәрен белгестәр иғтибар үҙәгендә тота. Был райондарҙа ҡара сиңерткә таралыу ихтималлығы бар. Шуға әлеге биләмәләр етди күҙәтеү аҫтында. Күгәрсен, Көйөргәҙе, Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондары баҫыуҙарында фитосанитар мониторинг уҙғарыла. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы ҡара сиңерткәгә ҡаршы алып барылған күҙәтеү сараларына ҙур иғтибар бүлә. Аҙна һайын Рәсәй төбәктәренең Ауыл хужалығы министр­лыҡтары һәм Рәсәй ауыл хужалығы үҙәктәре филиалдары ҡатнашлығында видеоселектор кәңәшмәһе үткәрә. Үҙәк белгестәре тарафынан 105 мең гектар ер тикшерелгән, ҡара сиңерткә өс мең гектар ерҙә табылған. Бер квадрат метрға өс сиңерткә тура килгән урындар ҙа бар, шуға был баҫыуҙар даими күҙәтеүгә алынған.


Ярауай культуралар ҙа ауырыуҙарға тиҙ бирешеүсән. Ҡайһы бер баҫыуҙарға онло ысыҡ төшкән, шул арҡала япраҡтар һарғая башлаған. Был күренештең дә уңыш күләменә кире йоғонто яһауы ихтимал.
Республиканың ҡайһы бер райондарында дегәнәк күбәләге күпләп осоуына күптәребеҙ шаһит. Уларҙың ҡарышлауыҡтары тиҙ үрсегәндә әсе борсаҡ, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө һәм башҡа культураларға зыян кил­тереүе мөмкин. Энтомологтар билдәлә­үенсә, быйыл май аҙағы – йәй башында күпләп осҡан дегәнәк күбәләктәре беҙҙең тарафтарға Африканан Сахара сүллеге аша осоп килгән. Уларҙың һаны миллиардтан ашҡан. Дегәнәк күбәләгенең күплегенә Рәсәйҙең байтаҡ төбәктәре зарлана. Бындай хәл илдә 1960 йылда күҙәтелгән булған. Күбәләктең был төрө көнөнә 500 километр ара үтергә һәләтле икән. Күбәләге матур ҙа ул, бына ҡарыш­лауыҡтары сәсеүлектәргә ҙур зыян килтереүе ихтимал.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Өфө районы бүлегенең әйҙәүсе агрономы Светлана Дәүләтханова менән гәрсис сәселгән баҫыуҙарҙың береһенә тикшереү менән сыҡтыҡ. Белгестең төп эш ҡоралы – сүмес ау. Ун аҙымға ау менән ун һелтәү эшләй Светлана Зәки ҡыҙы һәм ошо ысул менән ҡоротҡостарҙың квадрат метрға популяцияһын билдәләй. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, был баҫыуҙа гәрсис бөрсәһе лә, ҡарышлауыҡтар ҙа бар. Алдан агротехник саралар күрелгән булыуға ҡарамаҫтан, ҡоротҡостар сигенергә уйламай. Гәрсис сәскә атыуы тамамлағандан һуң, баҫыу хужаһына уны яңынан эшкәртергә кәңәш итте Светлана Дәүләтханова. Сәскә атыу тамамланғанға тиклем ҡоротҡостоң таралыуын даими күҙәтергә кәрәк.
Читайте нас: