Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
18 Июль 2019, 02:45

Киң танылыу яулар әле

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы “ғаилә эшҡыуарлығы” терминын булдырырға һәм был өлкәлә көс түккәндәргә килемгә һалымды 4 процентҡа тиклем кәметергә ниәтләй. Әйткәндәй, һалым органдары туғандар эшләгән фирмаларға, ғәҙәттә, шик менән ҡарай. Быға күп кенә ғаилә ағзаларының эшҡыуарлыҡты бер нисә өлөшкә бүлеп эшләүе сәбәпселер, сөнки был осраҡта дәүләткә түләнгән аҡса күләме кәмей.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы “ғаилә эшҡыуарлығы” терминын булдырырға һәм был өлкәлә көс түккәндәргә килемгә һалымды 4 процентҡа тиклем кәметергә ниәтләй. Әйткәндәй, һалым органдары туғандар эшләгән фирмаларға, ғәҙәттә, шик менән ҡарай. Быға күп кенә ғаилә ағзаларының эшҡыуарлыҡты бер нисә өлөшкә бүлеп эшләүе сәбәпселер, сөнки был осраҡта дәүләткә түләнгән аҡса күләме кәмей.


Был фекерҙе Рәсәй Сауҙа-сәнә­ғәт палатаһы ла хуплай. Уның вәкилдә­ре Рәсәй һәм Хеҙмәт кодекстарында “ғаи­лә эшҡыуарлығы” тигән төшөнсәне нығыт­маҡсы. Әгәр үрҙә әйтелгәндәр тормош­ҡа ашһа, ғаилә эшҡыуарҙа­ры­на кредит алыуҙы ябайлаштырырға мөмкин, ти белгестәр. Өҫтәүенә, ки­лемгә һалым күләме кәмеһә, фирма етештереүҙе күпкә арттырасаҡ, ә дәү­ләт өсөн яңы эш урындары булды­ры­ласаҡ.
Был хаҡта һүҙ былтыр октябрҙә “Уңышлы ғаилә – уңышлы Рәсәй” ғаи­лә эшҡыуарҙары форумында әйтел­гәй­не. Әйткәндәй, донъяла ғаилә эш­ҡы­уарлығы бик киң йәйелдерел­гән. Мәҫәлән, Америкалағы халыҡтың 60 про­центы ғаилә ойошмаларында эшләй һәм был компаниялар яңы эш урындарының 78 процентын тәшкил итә. Германиялағы эшҡыуарҙарҙың яр­тыһы ғаилә эшҡы­уар­ҙары. Әйткән­дәй, донъялағы иҡти­сад көрсөктәре лә бындай предприя­тиеларҙың төрлө “тетрә­неү”­ҙәр ваҡы­тында, башҡа ойошмалар менән сағыш­тырғанда, ныҡлы­раҡ икәнлеген иҫбат­лай. Азия, Көньяҡ Америка илдәрендә лә быуаттар буйына ғаилә эшҡыуар­лы­ғы алып бар­ғандарға күпләп ышаналар, һәм уларҙың һүҙҙәре лә төрлө сетерекле мәсьәлә­ләрҙе хәл иткәндә үтә.
Башҡортостанда ла ғаилә эшҡы­уар­лығы менән шөғөлләнгәндәр бар. Улар төрлө тармаҡтарҙа эшләй. Мәҫәлән, Балтас районының Иҫке Балтас ауылында уңған эшҡыуарҙар ғаиләһе – Рәймә менән Байрас Солтанғәлиев­тәр – урындағы халыҡҡа көн һайын 1500-ләп икмәк, төрлө бәлеш, пицца һәм башҡа аҙыҡ-түлек һата. Уларға улдары Байрас менән Алик ярҙам итә. Ике килендәренең дә исеме – Илгизә. “Эшкә шул тиклем шәптәр, уңғандар балаларым”, – тип ҡыуана Рәймә апай менән Байрас ағай.
Әйткәндәй, икмәкханалар шуныһы менән отошло: улар бешергән икмәк-булкалар, нигеҙҙә, һәр саҡ ҙур ихтыяж менән файҙалана һәм тиҙ генә яҡын-тирәлә һатыла. Шулай итеп, күп осраҡта хатта сауҙа итеү өсөн сит тарафтарға йөрөү кәрәкмәй. Әлбиттә, бының өсөн продук­цияның конкурентлылыҡҡа би­решмәүе мотлаҡ. Өҫтәүенә етеште­релгән ризығың заман талаптарына ярашлы, сифаты менән йәлеп итерлек булһын. Был осраҡта аҙыҡ-түлекте республикала ғына түгел, хатта ил күлә­мендә лә тәҡдим итергә мөмкин. Шуға кем белә, бәлки, Балтас икмәге лә ҙур танылыу яулар.
Читайте нас: