Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
19 Июль 2019, 15:42

Ағиҙелгә йән өрөр кәрәк

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһына килде.

Азат Ғиззәтуллин фотоһы.
Азат Ғиззәтуллин фотоһы.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Ағиҙел ҡалаһына килде.
Иң тәүҙә ул былтыр булдырылған “Башҡортостан электр селтәрҙәре” биләмәһенә килде. Төҙөлөп бөтмәгән Башҡортостан АЭС-ы урынында ҙур индустрия паркы булдырырға йыйыналар. Уның генераль директоры Павел Багаев белдереүенсә, бында 123 гектар ерҙә урынлашҡан 112 мең квадрат метр производство майҙаны бар. 30-40 йыл эсендә барлыҡ коммуналь селтәрҙәр эштән сыҡҡан. Күптәре алмаштырыуҙы талап итә. Бында инвесторҙар килһен өсөн тимер юл тармағын төҙөкләндереү кәрәк.
Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Раил Сарбаев белдереүенсә, төҙөкләндереүҙең дөйөм хаҡы 318 миллион һум тәшкил итәсәк. Был аҡсаның 75 процентын республика федераль үҙәктән һорай.
Шулай уҡ был биләмәлә тағы бер инвестиция проектын тормошҡа ашырырға йыйыналар. Бында мембраналы рулон материалдары етештереләсәк.
Төҙөлөп бөтмәгән атомлы электростанция биләмәһендә эшләгән берҙән-бер завод булып “Джут-СТ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте торған. Бында силикатлы кирбес етештергәндәр. Предприятие директоры Руслан Маннанов һөйләүенсә, элек бында етештерелгән материал менән Өфөлә йорттар һалғандар. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында завод ябылған.
Радий Хәбиров завод директорын киләһе дүшәмбе “Төҙөлөш сәғәте”нә саҡырҙы. Унда кирбес заводы эшен тергеҙеү юлдары ҡараласаҡ.
Читайте нас: