Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Июль 2019, 17:00

Кем ағасты шәберәк ҡырҡа?

Эшсе һәм инженер һѳнәрҙәрен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарылған “Иң яҡшы урман ҡырҡыусы“ Рәсәй беренселеге конкурсының тѳбәк этабы 27 июлдә Благовещен районы биләмәһендә үтәсәк.

Эшсе һәм инженер һѳнәрҙәрен популярлаштырыу маҡсатында уҙғарылған “Иң яҡшы урман ҡырҡыусы“ Рәсәй беренселеге конкурсының тѳбәк этабы 27 июлдә Благовещен районы биләмәһендә үтәсәк.


Унда урман ҡырҡыусы квалификацияһы булған, республикала теркәлгән предприятие йәки ойошмала, шәхси эшҡыуарҙарҙа эшләгән һѳнәр оҫталары ҡатнаша ала. Шулай уҡ ойоштороусылар саҡырыуы буйынса башҡа тѳбәктәрҙән дә ағас әҙерләүселәрҙең килеүе мѳмкин.


Беренселек һѳҙѳмтәһе буйынса иң-иңдәрҙән республиканың йыйылма командаһы тѳҙѳләсәк һәм уларға “Иң яҡшы урман ҡырҡыусы-2019“ Бөтә Рәсәй беренселегендә Башҡортостан намыҫын яҡлау хоҡуғы биреләсәк.


Фото: katalog-rus.ru