Ошондай кешеләр илде туйындыра.
Башҡортостанда ғына түгел, тотош донъяла һәр кем өсөн кәрәкле, хатта бик мөһим бер тармаҡ бар. Ул – ауыл хужалығы. Тап ошо аграр предприятиелар кешелек өсөн иң мөһим продукцияны етештерә. Ғөмүмән, элек-электән ерҙә эшләгәндәргә ҙур хөрмәт менән ҡарағандар. Бының сәбәбе ябай: икмәкһеҙ, һөтһөҙ, тағы итһеҙ һәм башҡа аҙыҡ-түлекһеҙ йәшәү мөмкин түгел.
Ҡайһы берәүҙәр: “Ауыл хужалығы табыш килтермәй. Был тармаҡ иҡтисади йәһәттән отошло түгел”, – ти. Әммә был фекер менән һис килешеп булмай, сөнки, тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, аграр өлкәлә лә үҙ эшен яратып башҡарғандар, һөҙөмтәлә ҙур уңыштарға өлгәшкәндәр бик күп. Хатта былтыр илебеҙ бойҙайҙы экспортҡа сығарыу буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты. Был ҡаҙаныштарҙа, әлбиттә, әлеге лә баяғы, ер кешеһенең хеҙмәте сағыла.
Ауыл хужалығы тармағындағы хужалыҡтарға килгәндә, хәҙер улар – табыш килтергән тармаҡ. Беренсенән, илебеҙҙә бының өсөн төрлө мөмкинлектәр булдырыла. Икенсенән, сит илдән килгән аҙыҡтарға алмаштырыу мөмкинлеге лә аграр хужалыҡтарға үҫешергә булышлыҡ итә. Өсөнсөнән, предприятиеларға, фермерҙарға табышлы эшләү өсөн төрлө дәүләт программалары бар.
Республикабыҙҙа һәр район һәм ҡала үҙенсәлекле. Был хатта халыҡ хужалығы тармаҡтарына ла ҡағыла. Мәҫәлән, баш ҡалабыҙҙан 100 километр самаһы алыҫлыҡта ятҡан Дәүләкән районын алайыҡ. Бында ауыл хужалығының төрлө тармаҡтары үҫешкән. Игенселеккә күҙ һалһаҡ, йыл һайын бойҙай, арыш, арпа һәм башҡа иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыштан яҡшы уңыш алына. Ошо уҡ иген культураларын “Канаш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә үҫтерә.
Предприятие идараһы Дәүләкән ҡалаһынан ҡырҡ километр алыҫлыҡта ятҡан Суйынсы-Николаевка ауылында урынлашҡан. Йәмғиәт игенселек менән генә шөғөлләнә. Йәмғиәттең һигеҙ мең гектар ере бар. Унда ужым һәм яҙғы бойҙай, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө үҫтерелә. Бына нисәмә йыл инде хужалыҡҡа Фәнис Хәбибуллин етәкселек итә. Ул хеҙмәт юлын “Ҡаҙанғол” хужалығында зоотехник булып башлаған. Һуңғараҡ оҙаҡ йылдар ошо уҡ райондың Ленин исемендәге колхозы рәйесе булып эшләгән. “Шәкәр сөгөлдөрөнән уңыш былтырғы кеүек үк яҡшы булыр тип уйлайым”, – ти Фәнис Тәлғәт улы.
Фәнис Тәлғәт улы хужалыҡтың эшен табышлы итеү өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Бында баҫыуҙарҙа көс түккәндәрҙе көн һайын өс тапҡыр бушлай ашатыу ҡаралған. Хеҙмәт хаҡы ла ваҡытында бирелә, тырышып эшләгәндәргә тағы ла ең һыҙғанып көс түгеү өсөн төрлө дәртләндереү саралары ҡаралған. Мәҫәлән, хеҙмәт алдынғыларына республикалағы шифаханаларҙың береһенә юллама тапшырыла. Бынан тыш, аҡсалата премиялар ҡаралған. Өҫтәүенә хужалыҡтың үҙенең магазины ла бар.
Ауылдағы йорттарға газ индерелгән, клубта ремонт эштәре атҡарылған. Бына тигән мәктәп менән балалар баҡсаһы бар. Уларға ла йәмғиәт тарафынан ярҙам күрһәтелеп тора. Мәктәп директоры Светлана Петрованың әйтеүенсә, бында балалар IX класҡа тиклем белем ала. Ата-әсәләр ҙә белем усағына даими ярҙам итә. Мәҫәлән, IV класс уҡыусыларының ата-әсәһе ҡыҙҙары һәм улдары белем алған кластың тәҙрәләрен алмаштырған.
“Һәләтле кеше һәр ғәмәлгә һәләтле” тигән һүҙҙәр тап Фәнис Хәбибуллин тураһында кеүек. Ауыл хужалығына ҡағылышлы бар мәсьәләне хәл итә алырлыҡ бына тигән оҫта етәксе лә, ойоштороусы ла ул. Әммә ҡасандыр сәнғәт юлын һайлаған булһа, халыҡта танылыу яуламай ҡалмаҫ ине, моғайын. “Уралым” йырын һуҙып ебәрһә, тирә-йүн тын ҡала.
Уның ғаиләһе лә ныҡлы, тотороҡло. Ҡатыны Сәриә менән икеһе лә Әлшәй районының Ғәйникамал ауылынан. Ошо татыу ғаиләлә Илзирә, Земфира һәм Фирзар хеҙмәткә һөйөү күреп үҫә. Улар ҙа ата-әсәһенә оҡшап уңған, тормошта үҙ урынын тапҡан. Ҡыҙҙарының үҙ ғаиләләре бар. Илзирә Краснодарҙағы ортопедия үҙәгендә шәфҡәт туташы булып эшләй. Ул Өфөләге 1-се медицина училищеһын һәм Көнсығыш иҡтисади-гуманитар университетын тамамлаған. Ире Алексей менән Кирилл, Илья исемле улдар тәрбиәләйҙәр. Земфира – Нижневартовскиҙа, башланғыс кластар уҡытыусыһы. Ире Ринат менән Рина исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Фирзар – төҙөлөш ойошмаһында мастер.
Дәүләкән яҡтарына барғанда, бына ошондай хужалыҡ һәм уның уңған етәксеһе менән таныштыҡ. Фәнис Хәбибуллин кеүек хеҙмәт уңғандары булғанда, ауыл хужалығының киләсәге бар, тигән уй ҡалды күңелдә.