26 июлдә районда республиканың көньяҡ урман-дала зонаһында урып-йыйыу эштәрен ойоштороу, игенселектең алдынғы технологияларын һәм перспектив ауыл хужалығы культуралары сорттарын ғәмәлгә индереү буйынса “Баҫыу көнө-2019” семинар-кәңәшмәһе үтә.
Республикала йыл һайын уҙғарылған был мәртәбәле сараға ошо зонаға ҡараған район белгестәре, агропредприятиелар вәкилдәре, илебеҙҙең башҡа төбәктәренән ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре һәм ғалимдары үҫемлекселек, малсылыҡ, ауыл хужалығы машиналарының һуңғы йылдарҙағы яңылыҡтары менән танышасаҡ. Дөйөм алғанда республика-зональ кәңәшмәһенә 22 райондан һәм башҡа төбәктәрҙән 400-ләп тармаҡ белгесе килеүе көтөлә. Кәңәшмә “Восход-СТ” ауыл хужалығы предприятиеһының Ивановка ауылы эргәһендәге баҫыуҙа үтә.