Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Июль 2019, 17:45

Хәл итәһе мәсьәләләр күп

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышы үтте.

Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышы үтте.


Хәл итәһе мәсьәләләр күп, уларҙың бөтәһе лә республикала йәшәгән һәр кемгә ҡағыла. “Йыл башынан уҡ ҡулланыу баҙарының ыңғай үҫеше билдәләнде, ваҡлап һатыу тауар әйләнеше үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда артты”, - тип билдәләне үҙенең сығышында комитет рәйесе Гүзәл Асылова.


Быйыл эре объекттарҙан баш ҡалала “Мокко” һәм “Перекресток”, Бәләбәйҙә - автоцентр, Шишмә районында ике сауҙа бинаһы файҙаланыуға тапшырылған. “Продукт Башкортостана” билдәһе менән маркировкалау хоҡуғына 49 предприятие лайыҡ булған. Ҡулланыусыларҙан килгән ялыуҙарҙың төп өлөшө сәнәғәт тауарҙары һатҡандағы хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡағылған.


Фекер алышыуҙа республикала һатылыусы тауарҙар сифаты, яңы уҡыу йылында уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороуҙы камиллаштырыу, сауҙа селтәрҙәренең урындағы етештереүселәр менән эш тәжрибәһе тураһындағы мәсьәләләр ҙә ҡаралды.
Читайте нас: