Росконтроль мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә ялған һөт ризыҡтары 30-35 процент тәшкил итә. Даими рәүештә үткәрелгән лаборатор тикшеренеүҙәре шул хаҡта һөйләй.
Һөт майын “пальма”ға алмаштырыу туҡланыу өлкәһендә киң таралған закон боҙоуҙарҙың береһе. Был эштең табышлы икәнен бөтә етештереүселәр ҙә яҡшы белә һәм рәхәтләнеп ҡуллана. Арзанлы тропик май ҡулланыуҙан эре предприятиелар йөҙәр миллионлаған табыш ала. Был ҙур бизнес!
Һөт майын алмаштырыусы матдәләрҙе файҙаланырға ярай, әммә был хаҡта һатып алыусы белергә тейеш. Тик ҡайһы бер еңел юл менән байырға тырышыусы компанияларға Росконтролдең фальсифатҡа ҡаршы көрәшеүе оҡшамай, төрлө юлдар менән яла яғырға, тәртипте лә, законды ла һанламаҫҡа тырыша.