Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июль 2019, 13:30

Быйылғы йәй иркәләтмәһә лә...

Бөгөн – ауыл эшсәндәре өсөн иң яуап­лы һәм ҡыҙыу мәл. Бөтә мөмкинлектән файҙаланып, мал аҙығы әҙерләп ҡалмаһаң, ҡышын ауырға төшәсәген һәр кем яҡшы аңлай, шуға ла Әлшәй хужалыҡтарында төп иғтибар бесәнлектәргә йүнәлтелгән.

Бөгөн – ауыл эшсәндәре өсөн иң яуап­лы һәм ҡыҙыу мәл. Бөтә мөмкинлектән файҙаланып, мал аҙығы әҙерләп ҡалмаһаң, ҡышын ауырға төшәсәген һәр кем яҡшы аңлай, шуға ла Әлшәй хужалыҡтарында төп иғтибар бесәнлектәргә йүнәлтелгән.


Быйыл әлшәйҙәр ҡышҡылыҡҡа 16,9 мең тонна бесән, 306 мең тонна сенаж, 10 мең тонна силос әҙерләү бурысы ҡуйған. Әле бында “йәшел ураҡ” ҡыҙыу бара. Иртәнән кискә тиклем болондар гөрләп тора. Бер урында бесән сапһалар, икенсе ерҙә сенаж, силос хәстәрләйҙәр.


Районда тәүгеләрҙән булып мал аҙығы етештереүгә төшкән “Агрокоопинвест” йәмғиәте эшсәндәре лә эште ҡыҙыу тота. Беҙ килгәндә сенаж әҙерләйҙәр ине. Хужалыҡ­тағы 650 баш малдың 350-һе – һауын һыйыры. Ҡышын да аҡты кәметмәү өсөн йәйен сифатлы аҙыҡ запасы туплап ҡалыу мөһимлеген онотмайҙар бында. Бесән менән бергә һутлы аҙыҡ етештереүгә лә етди иғтибар бирелә.


– Быйылғы йәй беҙҙе иркә­ләт­мәне, – тип һүҙ башланы предприя­тиеның баш агрономы Айрат Арыҫланов. – Үлән баш ҡалҡытыр ваҡытта көндәр уғата һалҡын торҙо, унан ямғырҙар булманы. Былар барыһы ла насар йоғонто яһаны, үлән шыйыҡ. Ә иген культуралары, көнбағыш аҙаҡҡы яуын­дарҙан һуң ғына күтәрелде.


Шулай ҙа зарланыуҙан файҙа юҡ. Йәмғиәт эшсәндәре көс һәм дәрт менән “йәшел ураҡ”ҡа тотон­ған. Малсылыҡ менән ныҡлап шө­ғөлләнеүселәргә йәшел массаның ни тиклем файҙалы икәнлеген аңлатып тораһы юҡ. 920 гектар майҙанды күп йыллыҡ үлән культуралары биләй. Әле кәзә үләненә спарцет һәм донник ҡушып, сенаж һалалар.


– Талап ителгән технология­ларҙы теүәл үтәргә тырышабыҙ, – тип һүҙен дауам итә баш агроном. – Мәҫәлән, ҡайһы берәүҙәр сенажды тәгәрмәсле тракторҙар менән тығыҙлаһа, беҙ бындай кәмселеккә юл ҡуймайбыҙ. Йәшел массаны ҡеүәтле “Алтай” тракторы тапата.


Киң яланда тәмле бесән еҫе таралған. Евгений Григорьев үҙенең “тимер ат”ында күп йыллыҡ үләнде сапһа, Рөстәм Яхин менән Ришат Басиров уны “КамАЗ” машиналарында соҡорҙарға илтә. Ә Илшат Хазбулатов менән Ғәзинур Лоҡманов әҙер массаны тығыҙлай.


Быйыл хужалыҡ биш мең тонна сенаж, 350 тонна бесән әҙерләү маҡсатын ҡуйған. Әле тәүге соҡорҙо тултырып баралар.

Егеттәрҙе Айрат Арыҫланов маҡтап бөтә алмай.


– Һәр береһе үҙ эшен яҡшы белә. Кәрәк булһа, техниканы йәһәт кенә ҡарап, йүнәтеп алалар. Бөгөн ауыл хужалығын тап ошондай аҫыл ир-ат тотоп тора ла инде, – тине ул.



Әлшәй районы.
Читайте нас: