Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июль 2019, 19:33

Ағас ҡырҡыу – оҫталар һәм көслөләр эше

Кем Рәсәй беренселегенә барыр? Уны бәйге күрһәтер.

Благовещен районында урман ҡырҡыусыларҙың V республика чемпионаты башланыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Унда төрлө тарафтарҙан килгән һигеҙ команда ҡатнаша.

Ярыш биш төрҙә бара: ағасты ҡырҡып ауҙарыу, ботаҡлау, бысҡыны һүтеү һәм йыйыу, ағасты бер үк өлөшкә һәм төркөмләп бүлгеләү.

Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры Алексей Карпухин әйтеүенсә, сентябрь аҙағында республика ағас ҡырҡыусыларының йыйылма командаһы Рәсәй чемпионатында ҡатнашасаҡ.

Фото: rb 7. ru
Читайте нас: