Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июль 2019, 20:00

Ҡышҡыһын өшөп-туңмаясаҡбыҙ

Бөгөн “Башавтотранс” паркы тағы алты автобусҡа артты. Быға тиклем предприятиеға 20 яңы автобус асҡысы тапшырылғайны. Шулай итеп, республиканың автобустар паркы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса яңыртыла.

Был автобустар баш ҡалабыҙҙы төрлө район-ҡалалар менән “тоташтырасаҡ”. Шоферҙар Рифҡәт Гәрәев, Илүс Әхмәҙуллин, Сергей Дятлов, Александр Новиков, Фидаил Шәйхәйҙәров һәм Илдар Камилйәнов өсөн ҡыуаныслы көн. Ни тиһәң дә, улар пассажирҙарҙы яңы автобустарҙа хеҙмәтләндерә башлаясаҡ.

Рифҡәт Гәрәев предприятиела ун йыл эшләй. “Яңы автобус элеккеһенә ҡарағанда күпкә уңайлыраҡ, әлбиттә. Пассажирҙарға яңы салон, кондиционер оҡшамай ҡалмаҫ. Беҙгә, шоферҙарға ла, сит араларға йөрөүе байтаҡҡа еңелләшәсак”, – ти ул.

Автобустың “Камминз Евро-5” двигателе 270 ат ҡеүәтенә эйә. Ул эстән дә, тыштан да мәғлүмәт системалары менән йыһазландырылған. Бынан тыш, ике багаж бүлексәһе, ҡышҡыһын салонды йылытыу өсөн кондиционер бар.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, республика тарафынан тағы 350 автобус һатып алынасаҡ.

А. Нурмөхәмәтов фотолары.
Читайте нас: