– Инвестиция эшмәкәрлеге буйынса ярты йыл йомғаҡтары августа ғына билдәле буласаҡ, ләкин тәүге өс айҙа ғына ла төбәк иҡтисадына 40,2 миллиард һум һалынған, был үткән йылғы күрһәткестән 4,3 процентҡа юғарыраҡ, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы-Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Азамат улы Тажетдинов.