Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Август 2019, 19:54

Матурлыҡтың да серҙәре бар

Танымаҫлыҡ булып үҙгәргән...

Башҡортостандың был районы борон-борондан үҙенең хозур тәбиғәте менән һушты ала. Өҫтәүенә, ауылдары йылдан-йыл төҙөкләндерелә. Һеҙ фотоколлажда күҙәткән күренештәрҙең барыһы ла — район үҙәге Иҫке Собханғолда ошо йылда булған үҙгәрештәр.


Район мәҙәниәт һарайын төҙөкләндереү "Башҡортостандың 100 йыллығына — 100 объект" программаһы нигеҙендә бойомға ашырыла. Тулыһынса яңыртылған мәҙәниәт усағы бер айҙан үҙ ишектәрен асасаҡ.


Музыка мәктәбе лә, хәҙер бөтөнләй икенсе төрлө балҡып, үҙенә саҡырып ултыра.

"Шүлгән" район ашханаһы күп йылдар дауамында Иҫке Собханғол халҡының да, үҙәккә эш хәстәре менән килгән башҡа ауыл кешеләренең дә даими тамаҡ ялғау, туй, тыуған көндәр үткәреү урынына әүерелгән.


Бында ла барыһы ла, яңы һулыш алып, танымаҫлыҡ булып үҙгәргән, ә төрлө бина стеналарын Бөрйәндең һоҡландырғыс тәбиғәт күренештәре биҙәй.
"Фурҡан" мәсете янында ла төҙөлөш ҡайнай, ә "Таң" район гәзите редакцияһы һәм Бөрйән районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге урынлашҡан бина алдындағы мәшһүр шәхестәребеҙ Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Рәми Ғариповтарҙың портреттарына һәм шиғыр юлдарына ҡарап күңел һөйөнә.


Бөрйән матурая. Был яңырыу, төҙөкләндереү эштәренең һәр береһендә яҡташтарымдың ҡул һәм йөрәк йылыһы сағыла.
Читайте нас: