Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Август 2019, 13:30

Автостанция урынына нимә төҙөлә?

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында “Башавтотранс“ һәм Куйбышев тимер юлы вәкилдәре менән берлектә 27 биләмәләге хәлде өйрәнделәр.

Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында “Башавтотранс“ һәм Куйбышев тимер юлы вәкилдәре менән берлектә 27 биләмәләге хәлде өйрәнделәр.


“Транспорт һәм төҙөлөш сәғәте” тәртибендәге кәңәшмәлә республикала транспорт-күсеп ултырыу үҙәктәрен төҙөкләндерергә тәҡдим ителде. Иң элек Дәүләкәндә, Раевка, Иглин, Шишмәлә вокзал һәм автостанция асыу, автобустарға, шулай уҡ тимер юл транспортына билет һатыуҙы ойоштороу буйынса фекерҙәр әйтелде. Уларҙа туҡталҡалар, пассажирҙар өсөн транспорт көтөү зоналарын, хәбәр итеү системаһын булдырыу күҙаллана.


Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров мәсьәләне ентекле өйрәнергә, муниципалитеттарҙың ҡарашын иҫәпкә алырға ҡушты.


Фото: glavarb.ru
Читайте нас: