Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Август 2019, 15:36

Ураҡ тотҡарланһа ла...

Республикала 91 мең тонна ужым культуралары йыйылған, гектар ҡеүәте уртаса 21,5 центнер тәшкил итә.

Республикала 91 мең тонна ужым культуралары йыйылған, гектар ҡеүәте уртаса 21,5 центнер тәшкил итә.


Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгә бураларға иң күбе ужым бойҙайы – 53 мең тонна һалынған. 37 мең тонна арыш, 0,4 мең тонна тритикале һуғылған. Һауа торошоноң тотороҡло булмауы ураҡ эштәрен бер аҙ тотҡарлаһа ла, ауыл эшсәндәре кәйефен төшөрмәй.


Ейәнсура районында, мәҫәлән, сәсеүлектәрҙең өстән ике өлөшө һуғылған. Ә бына тулайым һуғып алыу буйынса Дәүләкән районы иң алда бара.


Фото: А. Нурмөхәмәтов фотоһы.