Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Август 2019, 17:35

Мәләүезме, Саҡмағошмо?

Республиканың 22 районында яҙғы культуралар уңышын йыйыу дауам итә. Һауа торошоноң көйһөҙ тороуына ҡарамаҫтан, бөгөнгә 21 мең гектар майҙанда ашлыҡ йыйылһа, 46 мең тонна иген һуғып алынған.

Республиканың 22 районында яҙғы культуралар уңышын йыйыу дауам итә. Һауа торошоноң көйһөҙ тороуына ҡарамаҫтан, бөгөнгә 21 мең гектар майҙанда ашлыҡ йыйылһа, 46 мең тонна иген һуғып алынған.


Ауыл хужалығы мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә төшөм гектарынан 22,3 центнер тәшкил итә. Был былтырғынан дүрт центнер тирәһенә күберәк.


Иң күп игенде Мәләүез эшсәндәре һуғып алған – ете мең тонна. Төшөм буйынса Саҡмағош уңғандарына тиңләшеүсе юҡ. Бында уңыш гектарынан 36 центнер тәшкил итә.


Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығынан.


Читайте нас: