Иҡтисад
9 Августа 2019, 12:45

Фермерҙар ниңә тиҙерәк эшләй башлаған?

Быйылғы тәүге ярты йыллыҡта республикалағы ауыл хужалығы тармағының эше йәнләнә төштө: 2018 йылдың апреленән алып беренсе тапҡыр уның етештереүсәнлеге ыңғай динамикаға күсте. Бигерәк тә фермерҙарҙың эше һөҙөмтәле: былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда улар 3,5 процентҡа күберәк продукция етештергән.

– Был үҫешкә фермер хужалыҡтарына һәм ауыл хужалығы кооперативтарына ярҙам итеү буйынса комплексы эш сәбәпсе, – тип аңлатты Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов. – Уларға йыл һайын грант формаһында дәүләт ярҙамы күрһәтәбеҙ. Быйыл ғына ла 55 кооператив барлыҡҡа килде. Ауыл хужалығы продукцияһының тулайым йыйымы артыуға шулай уҡ былтыр биш гектарҙа юғары технологиялы теплицаларҙы файҙалана башлау ҙа булышлыҡ итте.

Фото: e-fermer.md.
Читайте нас