Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
9 Август 2019, 18:15

Хаҡтар тағы күтәрелерме?

Баҙар иҡтисадының шундай ҡағиҙәһе бар: уға хаҡтар күтәрелеү шул көндә үк тиерлек бөтә нәмәгә хаҡтың күтәрелеп китеүенә килтерә.

Баҙар иҡтисадының шундай ҡағиҙәһе бар: уға хаҡтар күтәрелеү шул көндә үк тиерлек бөтә нәмәгә хаҡтың күтәрелеп китеүенә килтерә.


Юҡ, һүҙ әлегә яғыулыҡ түгел, ә сей нефть тураһында бара. Интерконтиненталь биржала Brent маркалы нефттең хаҡы өс процентҡа артты.


Был “һикереш” АҠШ-тың Ҡытай тауарҙарына өҫтәмә пошлина индереүенә бәйле. Сеймалды ҡыйбатыраҡҡа һатып ала башлаһалар, нефть эшкәртеү предприятиелары яғыулыҡҡа хаҡты күтәрә һала һәм был кибеттәрҙәге тауарҙарҙың ҡиммәтленеүенә алып килә. Был юлы нисек булыр – күрербеҙ, һәр хәлдә, төшөрөүҙәре икеле.


Фото: place.moex.com.
Читайте нас: