Уҡытыусы, һатыусы, тәрбиәсе һәм башҡа һөнәр эйәләренең яҡынса күпме эш хаҡы алғанлығын беләбеҙ. Ә бына космонавтарға күпме хеҙмәт хаҡы түләнә икән?
Рәсәй космонавы ай һайын бер ниндәй өҫтәмәһеҙ 63,8 мең, космонавлыҡҡа кандидат – 60,9, инструктор-космонавт 88,45 мең һум аҡса ала.
Космосҡа осҡан һайын уларға өҫтәмә аҡса түләнә, әммә был сумманың күләме хаҡында “Роскосмос”тың матбуғат хеҙмәте хәбәр итмәй. Эш хаҡы күләме осоштоң оҙайлығына һәм ҡатмарлығына бәйле. Тимәк, космосҡа осҡан һайын аҡса ла күберәк түләнә.
Космонавт менән инструктор хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклемге бер осош өсөн оклад күләменән иҫәпләнгән 55 процент өҫтәмә аҡсаны ай һайын ала. Ике тапҡыр космосҡа “сәйәхәт иткән” өсөн – 75, өс һәм унан күберәк осош өсөн 120 процент өҫтәмә аҡса түләнә.
Әле илдәге космонавтар отряды 25 кешенән тора. Уларҙың барыһы ла Ю.А. Гагарин исемендәге космонавтарҙы һынау ғилми-тикшеренеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре.