Бөгөн Өфөлә Тимашев юл үткәргесенән транспорт хәрәкәте асылды. Уның төҙөлөшө 2016 йылда башланғайны. Хаҡы – 937 миллион һум.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров баш ҡала халҡын һәм төҙөүселәрҙе ошо үҙенсәлекле юл күперенең сафҡа индерелеүе менән ҡотланы. Өфөнөң төньяғын Бөрө тракты, төньяҡ сәнәғәт зонаһы менән тоташтырған юл үткәргес тимер юл аша үтеү һәм тығындар мәсьәләһен хәл итәсәк.
Социаль әһәмиәтле объект сығымының ҙур өлөшөн (700 миллион һум самаһын) йәки проект хаҡының 70 процентын тиерлек, “Башнефть” йәмғиәте үҙ иңенә алды.
– Өфө өсөн тағы ла бик күп күперҙәр, юл үткәргестәр төҙөргә кәрәк. Беҙ Воровский урамында Ағиҙел йылғаһы аша күпер һала башланыҡ. Ҡала инфраструктураһын яҡшыртыу йәһәтенән коллегалар менән әүҙем эш алып барабыҙ. Халыҡ был юл күперен бик оҙаҡ көттө, ниһайәт, беҙ уны төҙөп бөттөк. был беҙҙең тәүге ҡарлуғасыбыҙ, – тине Радий Хәбиров журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп.
Объектты 30-сы күпер төҙөү отряды һалды.