Белорет ҡалаһында 61 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кеше шылтыратып, үҙен ҡалалағы бер банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәре тип таныштыра. Һуңынан банк картаһына бәйле мәсьәләләр тыуыуға һылтанып, уның бер нисә картаһынан 48 мең һум аҡсаһын сәлдерә.
Ошондай мутлашыусыларҙың ҡулынан тағы ла 52 йәшлек ҡатын зыян күргән. Был юлы уға бер нисә таныш булмаған телефондарҙан шылтыратып, картаһында шикле операциялар уҙғарыла тип алдап, 73 мең һумдан ашыу аҡсаһын күсергәндәр.
Ололар ғына түгел, хатта йәштәр ҙә ундай мутлашыусыларҙың ауына эләгә, шуға ла полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙы уяу булырға саҡыра.