Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Август 2019, 12:39

Баймаҡ халҡын ҡыуандырып

Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан Ғиззәт Ямантаевтың агроном һөнәрен һайлауы, аҙаҡ уңышлы фермер булып китеүе тәрбиәнән киләлер. Атаһы – “Таналыҡ” колхозының ғына түгел, райондың да данлыҡлы механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Ғәбит Ғәббәс улы – барлыҡ хеҙмәт юлын туған хужалығын үҫтереүгә арнаған шәхес. Әсәһе Таңһылыу Сабит ҡыҙы ла намыҫлы хеҙмәт юлы үтә.

Күрше фермерҙарға ла ярҙамға килә.


Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан Ғиззәт Ямантаевтың агроном һөнәрен һайлауы, аҙаҡ уңышлы фермер булып китеүе тәрбиәнән киләлер. Атаһы – “Таналыҡ” колхозының ғына түгел, райондың да данлыҡлы механизаторы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Ғәбит Ғәббәс улы – барлыҡ хеҙмәт юлын туған хужалығын үҫтереүгә арнаған шәхес. Әсәһе Таңһылыу Сабит ҡыҙы ла намыҫлы хеҙмәт юлы үтә.


Бына ошондай күркәм ғаиләлә үҫкән егет бәләкәйҙән үҙенең яҙмышын тыуған ере менән бәйләргә ҡарар итә һәм данлыҡлы “Йылайыр” совхоз-техникумының агрономия бүлегенә уҡырға инә. Уны уңышлы тамамлағас, “Таналыҡ” колхозында агроном-орлоҡсо, бригадир, баш агроном булып эшләй. Хужалыҡ тарҡалғас, “Урал аръяғы” МТС-ының Баймаҡ филиалында менеджер, директорҙың етештереү буйынса урынбаҫары вазифаларын башҡара.


Ярайһы тәжрибә туплағас, Ғиззәт Ғәбит улы үҙ эшен асырға ҡарар итә һәм 2015 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштора. Малсылыҡ тармағы буйынса махсуслашҡан хужалыҡ йылдан-йыл үҫешә, мал һанын арттыра, техник ҡеүәтен нығыта. Ошо уҡ йылда Ғиззәт Ямантаев, “Яңы эш башлаған фермер” республика программаһында уңышлы ҡатнашып, грантҡа лайыҡ була. Бер миллион һумдан ашыулыҡ дәүләт ярҙамы иҫәбенә бөтмөр, киләсәген уйлап эш иткән тырыш егет 31 баш тоҡомло тана, пресс-йыйғыс һатып ала. Бөгөн хужалыҡта 136 баш һыйыр малы аҫрала, көтөү һаны йыл һайын тулыланып тора. Бынан тыш, ваҡ мал да үрсетә, ҡурала 30 башҡа яҡын һарыҡ тота.


Хужалыҡта етештереү ҡеүәтен арттырыуға етди иғтибар бүленә. “Таналыҡ” колхозының элекке “Ыҙма” йәйләүе эргәһендә ул бөтә талаптарға яуап биргән яңы ферма төҙөгән. Һыйыр һауыу майҙансығы менән бер рәттән, унда барлыҡ уңайлыҡтары булған малсылар йорто ла бар.


Шуныһы үҙенсәлекле, фермер хужалығы үҙенең сифатлы продукцияһы менән көн дә Баймаҡ халҡын ҡыуандырып тора, уның үҙ һатып алыусылары барлыҡҡа килгән. “Шөкөр, һатып алыусылар беҙ етештергән продукциянан бик ҡәнәғәт. Бер көн килмәй торһаҡ, юғалтып бөтәләр. Тимәк, хеҙмәтебеҙ бушҡа түгел, шуға ла һатып алыусылар мәнфәғәтендә сифатлы һөт ризыҡтары етештерергә тырышабыҙ”, – ти Ғиззәт Ямантаев.


Әйткәндәй, фермер өс ауылдашын эш менән тәьмин иткән. Хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләй, эш һөҙөмтәләренә ҡарап, премия ла бирелә.

Ғиззәт Ғәбит улы, малсылыҡтан тыш, үҫемлекселек менән дә шөғөлләнә. 236 гектарҙа пай ерен эшкәртә. Быйыл тәүгә бойҙай, арпа, күп йыллыҡ үләндәр сәскән. Техникаһы ла үҙ баҫыуын эшкәртеүгә ярап ҡала, ҡайһы саҡ күрше фермерҙарға ла ярҙамға сыға.


Хужалыҡ киләсәккә матур уй-ниәттәр менән йәшәй, артабан үҫешеүҙе маҡсат итеп алған. Ныҡлы теләк һәм тырышлыҡ булғанда, уларҙың барыһына ла өлгәшергә мөмкин, әлбиттә.


Баймаҡ районы
Читайте нас: