Быйыл республика аграрийҙары өс миллион тонна иген йыйып алырға планлаштыра. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ кәңәшмәлә республика хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ошо турала хәбәр итте.
Бөтәһе 1,7 миллион гектар сәсеүлектәрҙән иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, шул иҫәптән 252 мең гектарҙан ужым йыйып алыу бурысы тора. Бөгөнгә барлыҡ ужым майҙандарының 33 проценты һуғылған, бөтәһе 184 мең тонна иген йыйып алынған. Гектар ҡеүәте уртаса 22,1 центнер тәшкил итә. 62,1 мең гектарҙа яҙғы һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, 105, 4 мең тонна иген һуғып алынған. Уртаса уңыш – гектарынан 18,8, центнер. Көнөнә яҡынса 14 мең тирәһе гектарҙа ашлыҡ урыла.
Илшат Фәзрахманов һүҙҙәренә ҡарағанда, иген йыйыу комбайндарының технологик мөмкинлеге көн һайын 65 мең гектарға тиклем сәсеүлектәрҙе һуғырға мөмкинлек бирә. Йыл башынан 100-ҙән ашыу яңы комбайн алынған, 40-ы махсус предприятиеларҙа яңыртылған. Шулай ҙа һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуы һәм культураларҙың тигеҙ өлгөрмәүе эште тейешенсә алып барырға мөмкинлек бирмәй.