Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Август 2019, 18:27

Алдағы пландарҙа – Өфө баҙарына сығыу

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Архангел районына булған эш сәфәре барышында Березовка ауылындағы “Сабитов” крәҫтиән (фермер) хужалығында булды.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Архангел районына булған эш сәфәре барышында Березовка ауылындағы “Сабитов” крәҫтиән (фермер) хужалығында булды.


Хужалыҡ 2016 йылда ойошторолған. Фермала 380 баш эре мөгөҙлө мал, шул иҫәптән, 200 баш ит сортлы һәм 25 йылҡы малы бар. 320 гектар майҙанға бойҙай культуралары сәселгән, 150 гектарҙа – күп йыллыҡ үләндәр.


Ит продукцияһын эшкәртеү цехы уңышлы эшләй, бында 14 төрлө ярымфабрикат етештерелә. Радий Хәбиров ошоға бәйле хужалыҡтың үҙ сауҙа маркаһы булыу-булмауы һәм тауарҙың ҡайҙа һатылыуы менән ҡыҙыҡһынды.


Хужалыҡ идарасыһы Шамил Латипов әйтеүенсә, Архангел ауылында ике һатыу нөктәһе бар, тиҙҙән өсөнсөһө асыласаҡ. Цехта һигеҙ ҡатын эшләй. Алдағы пландарҙа – Өфө баҙарына сығыу.


– Былтыр “Яңы эш башлаусы фермер” программаһы буйынса өс миллион һумға яҡын грант алғайныҡ. Быйыл икенсе программа буйынса ла шул сама финанстар көтөлә. Ул аҡсаға мал һатып аласаҡбыҙ, – ти Шамил Латипов.


Радий Хәбиров хужалыҡтағы эш шарттары, урындағы мәктәп, медицина хеҙмәте менән дә ҡыҙыҡһынды. Мәғариф учреждениеһы күрше ауылда урынлашҡан, ә табиптарға урындағы халыҡ район үҙәгенә йөрөй.


Фото: bashinform.ru



Читайте нас: